Мораҙым
+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
20 Ғинуар 2023, 16:31

“Йыл уҡытыусыһы-2023” район конкурсының еңеүсеһе кем?

Районыбыҙҙа үҙ һөнәрен яратҡан, хеҙмәтенә ижади ҡараған һәләтле уҡытыусылар күп. Быға беҙ “Йыл уҡытыусыһы - 2023” район конкурсының йомғаҡлау сараһында тағы ла бер тапҡыр инандыҡ.   Бәйгелә районыбыҙҙың төрлө мәктәптәренән бөтәһе 10 уҡытыусы көс һынашты, улар асыҡ дәрестәр, кластан тыш саралар күрһәтте, үҙҙәрен уҡытыусы-мастер, уҡытыусы-лидер булараҡ та һынап ҡараны.

“Йыл уҡытыусыһы-2023” район конкурсының еңеүсеһе кем?
“Йыл уҡытыусыһы-2023” район конкурсының еңеүсеһе кем?

 Шулай итеп, конкурстың абсолют еңеүсеһе - Мораҡ 1-се урта мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ишҡыуатова Зөлфирә Ғәфүр ҡыҙы!

 Шулай уҡ, Башҡорт гимназияһы уҡытыусыһы Әлиә Ташбулатова “Йәш уҡытыусы” номинацияһында, Йомағужа 2-се урта мәктәбе уҡытыусыһы Филүзә Ишкинина “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы”, З.Биишева исемендәге Мораҡ төп дөйөм белем биреү мәктәбе уҡытыусыһы Рузалия Әбдрәхимова”Йыл уҡытыусыһы” номинацияларында еңеүсе тип танылды.    

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас: