Мораҙым
+17 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
12 Октябрь 2022, 12:10

Уҡытыусы. Остаз.Аҡһаҡал.

- Бала саҡ ауыр булды. Башаҡ йыйыу, аслыҡ – барыһы ла баштан үтте. Кейем юҡ, беҙҙең һымаҡ балаларҙы йыйып, Игесәктәге буш өйҙө мәктәп итеп, Нуҡайҙан килгән Бибикамал апай беҙҙе уҡытты. Бишенсегә күскәс, Сәйетҡол мәктәбенә уҡырға барҙыҡ, - тип хәтерләй үҙенең бала сағын 86 йәше менән барған Ғәйфулла ағай Айытҡолов.     Ғәйфулла ағайҙың Үрге Сирбай ауылына килеп төпләнеүенә 60 йылдан ашыу ваҡыт уҙған. Тыумышы менән иһә ул Бикеш (Игесәк) ауылынан.  

Уҡытыусы. Остаз.Аҡһаҡал.
Уҡытыусы. Остаз.Аҡһаҡал.

1936 йылдың декабрендә ябай колхозсылар ғаиләһендә донъяға килгән. Атаһы Ҡотлогилде Дәүләткилде улы 1896 йылғы, 18 йәшендә Яманболаҡ ауылынан Хафиза исемле 12 йәшлек ҡыҙға өйләнә.

 - Атайым атаҡлы һунарсы була, атҡан йәнлектәренең тиреләрен һатып аҡса йыя һәм бик шәп тай ала. Тәүҙә атын йәлләп колхозға инмәй йөрөй, ингәс иһә ат ҡараусы булып урынлаша. Шомло 37-се йылдарҙа Кәбир тигән парторг  Мораҡҡа барған һайын уның хәҙер инде дөйөм милек һаналған атын ектерә. Эйекте, Утар йылғаһын тегеләй-былай кисеп сыҡһа ла, бер ҡасан да атҡа һыу эсермәй был ир. Был хаҡта яҡшы белгән атайым атын көтөп алып, һәр ваҡыт үҙе тәрбиәләй, һуғара, ашарына һала. Бер көндө йәнә уның аты менән Мораҡҡа киткән парторгтың ҡайтҡанын көтөп, ферма янындағы кәбән төбөнә ятып тора һәм йоҡлап китә. Парторг ҡайтыу менән атты туғара ла, тышамайынса сығарып ебәрә. Көнө буйы һыу эсмәй сарсап-асығып йөрөгән ат йылғаға барып туйғансы һыу эсә һәм ауа. Шул урында ятып-ятып, бер нисә көндән элекке хужаларына – атайымдың ихатаһына ҡайтып йығыла. Халыҡса әйткәнсә, ат янған була. Парторг үҙенең ғәйебен танмай, күрмәмеш тә белмәмеш була. Ғәйепле лә табыла – ат ҡараусы атайымды атты ҡарамаған тигән һылтау менән хөкөм итеп, ике йылға Йылайыр төрмәһенә оҙаталар.

Ике йылдан һуң азат ителгәс, атайым ауылға ҡайтмаҫҡа ҡарар итә. Йылайыр йылғаһынан Ырымбурға тиклем һал ағыҙған хужалыҡҡа сабата үреүсе булып эшкә инә. Ырымбурҙа йәнә бер йыл була әле ул. Ваҡ балалар менән ауылда ҡалған әсәйемә был осорҙа бик ауырға тура килә. Етмәһә, иген йыйған ваҡытта комбайн аҫтында ҡалып, аяғы имгәнә. Аяғы бер сиреккә ҡыҫҡараҡ булды. Атайым шул йылды Ырымбурҙан ауырып ҡайтып, ҡыш көнө вафат булды.

***

 Буласаҡ уҡытыусы етенсе класты бөткәс, Мораҡ башҡорт мәктәбендә белем ала. Рус теленән уҡытҡан Варвара Михайловнаны, тарих уҡытыусыһы Абдулла Камал улы Камаловты, химиянан белем биргән Ғүмәровты, директор Вәсим Әхмәт улын оло хөрмәт менән телгә ала ул. 1955 йылда мәктәпте тамамлап, Һөйөштән арыраҡ Йыланайыр тигән ерҙә бесән әҙерләп ятҡанда армияға повестка килә. Германияла радист булып 3 йыл ярым хеҙмәт итеп ҡайта.

 Йәш саҡ – дәртле саҡ, һалдат ауылда оҙаҡ тотҡарланмай, Урта Азияла йәшәгән туған тейешле Йосоп ағаһы менән  Полина еңгәһе янына сығып китә. Ҡырғыҙстандың Дажалал –Абад ҡалаһына ҡышҡы кейемдә – оҙон пальтола, быймала барып төшһә, унда ямғыр яуа... Бер ай тирәһе эш эҙләй, әммә бер ниндәй документһыҙ (ул ваҡытта кешегә паспорт биреп бармайҙар) кешене бер ергә лә алмайҙар. Егет бында файҙа булмауын аңлап, Үзбәкстанға китә. Унда бер йыл Гагарин исемендәге совхозда төҙөлөштә йөрөй.

  Ғүмерлек йәрен – Үзбәкстанға  эшкә килгән Арғаяш ҡыҙы Шәүғәнәне нәҡ шунда осрата ул. Сәстәрен-сәскә бәйләгәс, йәштәр егеттең тыуған яғына юллана. Өйҙә иһә уны хат көтә. Элекке һабаҡташы - Бөрө педгогия институтында уҡып йөрөгән Аллағужин Ғарифулла әҙерлек курсы асылыуы хаҡында хәбәр итеп, бында уҡырға кил, тип саҡырып яҙған икән. 8 ай уҡып, биология уҡытыусыһы булып ҡайтҡан Ғәйфулла ағайҙы Үрге Сирбай мәктәбенә уҡытыусы итеп эшкә ебәрәләр. Бында 45 йыл буйы балаларға зоология, ботаника,  биология, химия, анатомия, география фәндәренән белем бирә. Шәүғәнә апай тәүҙә интернатта кер йыуыусы, аҙаҡ мәктәптә техник хеҙмәткәр булып эшләй.

- Ул йылдарҙа мәктәптә балалар бик күп булды. Яҡын-тирәләге 7-8 ауыл (Дәүләтҡол, Дөмбәй, Сайыр, Бирге Сирбай һ.б.) балалары беҙгә йөрөп уҡыны. Бер осор Ҡыҙыл Ярҙан - 22, Урыҫ Сирбайынан 35 бала килә торғайны. Параллель кластар ҙа булды, - тип хәтер һандығын аҡтара әңгәмәсебеҙ.

***

  Шәүғәнә апай менән Ғәйфулла ағай Лилиә, Ләлә, Гөлнара, Флүзә исемле 4 ҡыҙға һәм Ғәлим исемле бер улға - ғүмер биргән. Ике балаһы атаһы юлынан китеп, уҡытыусы һөнәрен һайлаған : Гөлнара Ғәйфулла ҡыҙы оҙаҡ йылдар Сәйетҡол мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан, Ғәлим бер аҙ мәктәптә уҡытҡандан һуң нефтсе булып киткән. Бөгөн инде Айытҡоловтарҙың 13 ейән-ейәнсәре бар.

Элекке уҡыусылары хәтерләүенсә, Ғәйфулла ағай уҡытыуға ябай эш тип кенә ҡарамай, балаларға төплө белем биреүҙән тыш, һәләттәрен үҫтереүгә, уларҙы оло тормош юлына бар яҡлап та өлгөргән шәхестәр итеп тәрбиәләүгә бар өсөн һала. Төрлө түңәрәктәр ойоштора, йәй етһә, балаларҙы йәйге лагерға йәлеп итә, райондың матур ерҙәренә экскурсияларға алып сыға. Биолог булараҡ, мәктәп баҡсаһын үҫтереү-тәрбиәләүҙе лә үҙ өҫтөнә ала.  

 Ауыл интеллегенцияһы элек-электән йәмәғәт эшенең уртаһында ҡайнаған – ул да төп эше менән генә сикләнмәй, ауылда уҙған бер саранан да ситтә ҡалмай. Һайлау ваҡыты булһынмы, халыҡ иҫәбен алыумы, төрлө мәҙәни саралармы – береһе лә абруйлы уҡытыусынан тыш уҙмай. Уның оҫта итеп ҡурайҙа һыҙҙырыуы һәр кисәгә йәм өҫтәй. Район һәүәҫкәрҙәре менән бергә Өфө һәм хатта Мәскәү сәхнәһендә лә сығыш яһарға насип була уға.

Ғәйфулла Ҡотлогилде улының намыҫлы хеҙмәте лайыҡлы баһалана: Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы исеме бирелә.

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас: