Мораҙым
+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
8 Октябрь 2022, 13:19

Белем усағы - өр-яңы төҫтәрҙә

 Белеүегеҙсә, “Мәктәп системаһын модернизациялау” федераль программаһы буйынса Йомағужа 2-се һанлы урта белем биреү мәктәбе бинаһында йәй буйы күләмле ремонт эштәре башҡарылды.    Ниһайәт, бөгөн – 8 октябрҙә белем усағы үҙ ишектәрен асты. Танымаҫлыҡ булып үҙгәргән, хәҙер өр-яңы төҫтәрҙә балҡыған мәктәпкә, һис шикһеҙ, балалар ашҡынып йөрөр, төплөрәк белем алырға ынтылыр...

Белем усағы - өр-яңы төҫтәрҙә
Белем усағы - өр-яңы төҫтәрҙә

  Мәктәп асыу тантанаһына килгән хөрмәтле ҡунаҡтар ҙа йомағужаларҙың оло шатлығын уртаҡлашып, уҡыусыларға, белем туҡыусыларға матур теләктәрен еткерҙе. Аҙ ғына ваҡыт арауығында мәктәпте ғәмәлгә индереүгә үҙ өлөшөн тос индереүсе шәхси эшҡыуар Рәмил Айытҡужин һәм Йомағужа 2-се урта мәктәбе директоры Фәнис Миңнулла улының хеҙмәте БР мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Филүс Минәзев тарафынан лайыҡлы баһаланды.

 Филүс Минәзев шулай уҡ таныш проект буйынса Рәсәйҙә меңдән ашыу һәм беҙҙең республикала 63 мәктәп төҙөкләндерелеүен (шул иҫәптә беҙҙеке лә) билдәләп үтте. Был иһә мәғариф үҫеше, балаларҙың киләсәге ил етәкселегенең төп иғтибар үҙәгендә икәнлеге хаҡында һөйләй.

 

 Йәйғор төҫтәренең иң яғымлыһын ғына йыйған, эстетик зауыҡлы биҙәлеше менән хайран иткән мәктәптә уҡыған балаларҙың да бөгөнгөһө һәм киләсәге яҡты, имен булһын!

 

Автор:Гульшат Саитбаталова
Читайте нас: