Мораҙым
+23 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
5 Октябрь 2022, 10:56

Һәләтле етәксе, бала йәнле уҡытыусы

 Үҙенең мәктәбе, уҡыусылары тураһында һөйләгәндә, булмышына һалынған мөләйемлелеге бермә-бер арта, йөҙҙәренән тағы ла нығыраҡ нур һирпелгәндәй була уның...  Эйе, 30 йыл ғүмерен мәғариф өлкәһенә бағышлаған, бер нисә йыл хәҙер Ҡалдар урта мәктәбендә директор вазифаһын ҙур яуаплылыҡ менән атҡарыусы Рәсимә Юскаева - үҙ эшенә мөкиббән кеше. Һәләтле етәксе һәм бала йәнле уҡытыусының БР-ҙың мәғариф алдынғыһы тигән лайыҡлы исеме бар; ике баланың изгелекле әсәһе лә, 1993 йылдан бирле ғүмер йомғағын бергә-бергә, татыулыҡта һүткән тормош юлдашы өсөн ышаныслы, һөймәлекле ҡатын да ул.

Һәләтле етәксе, бала йәнле уҡытыусы
Һәләтле етәксе, бала йәнле уҡытыусы

 Рәсимә Фәрит ҡыҙы 1973 йылдың ҡояшлы йәйендә Түләбай ауылында (Ҡалдар эргәһендә) ишле һәм эшһөйәр ғаиләлә тыуған. Ҡалдар урта мәктәбендә уҡыған сағында уҡ эшкә таһыл, уҡыуға әүәҫ була. Колхоздар гөрләгән саҡта ҡайҙа инде үҫмер малай-ҡыҙҙарға наҙланып, бәпләнеп кенә буй еткереү?!. Рәсимәгә лә баҫыу-баҫыу сөгөлдөрөн утау, ырҙын табағында ашлыҡ елгәреү “бәхете” тәтей.

 1992 йылда Күмертау педагогия училищеһын бөтөп, районға эшкә ҡайта. Нәҡ ил карабы икенсе йүнәлеш алып, ҡиблалар буталған саҡта уға пионервожатый эшен алып барырға тура килә. Һәләтле ҡыҙ “алтын урталыҡ”ты һайлап, үҫмерҙәрҙә илһөйәрлек тойғоларын, милли аң үҫтереү,  әхлаҡи-рухи тәрбиә биреү юҫығында эшләргә әмәлен таба. 2 меңенсе йылдар башында ситтән тороп юғары белем алыуға ла ирешә, 2002-2009 йылдарҙа тәрбиәүи эштәр буйынса директор урынбаҫары вазифаһын  намыҫ менән башҡара. Был мәлдә “Башҡортостан пионеры” ойошмаһы эше яйға һалынғас, Рәсимә Фәрит ҡыҙына ла бар класс етәкселәре менән берлектә ялҡынланып эшләр өсөн көс-дәрт өҫтәлә. Ойоштороу һәләтле тынғыһыҙ хеҙмәткәргә артабан уҡытыу һәм тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары вазифаһын йөкмәтәләр. Бурыстар, яуаплылыҡ икеләтә артһа ла, баҙап ҡалмай, сабыр ғына эшен дауам итә. Ә 2019 йылдан бирле ул – директор.

 Етәксенең эшен тәфсирләп яҙып тороуҙың кәрәге лә юҡтыр. Белем сифаты, балаларҙың һаулығы, дөрөҫ туҡланыуы, педагогик коллектив эшмәкәрлеге, мәктәп документацияһы, “Ынйыҡай” мәктәп яны төркөмө... – бөтәһен дә күҙәтеү аҫтында тотоу мөһим, бөтәһе лә айырым иғтибар талап итә.

 Мәктәп эшенә генә түгел, ғаиләһенә, яҡындарына иғтибар бүлеп тә өлгөрә тынғыһыҙ йән. Бәхеткә күрә, икенсе яртыһы Ильяс Иҙрис улы (төптән Ҡалдар ауылыныҡы) булдыҡлы, бөтмөр заттан. Юскаевтар ғаиләһе ҙур шәхси хужалыҡ тотоп, Ҡалдар ауылының ырыҫын арттырып йәшәй. Балаларын да хеҙмәт тәрбиәһе биреп үҫтереп, уларҙы һөнәрле итергә өлгөргән улар. Гүзәлиә менән Ильвир үҙ бәхетен ситтә, себерҙә тапҡан. Ҡайҙа ғына булмаһындар, иң мөһиме – ил мәнфәғәте өсөн тырыш хеҙмәт күрһәтәләр.

 Үҙ төбәге, иле яҙмышына битараф булмаған әсә, изге һөнәр эйәһе – Рәсимә Юскаеваның да бит бар теләге:

- Мәктәптәр гел шат балалар тауышынан гөрләп торһон, күгебеҙ имен булһын!      

Автор:Гульшат Саитбаталова
Читайте нас: