Мораҙым
+21 °С
Болотло
МӘҒАРИФ
5 Октябрь 2022, 06:38

Илебеҙ киләсәге илһөйәр булһын

Башҡорт теленә һөйөү уятыу, теле урыҫса асылған балаға үҙ туған телен өйрәтеү, халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен, фольклорын, ауыҙ-тел ижадын, мәҙәниәтен уйын аша һеңдереүҙә иһә педагогтар эшенең әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Ошо ҡатмарлы, ҡатнаш төбәктә урынлашҡан балалар баҡсаһында ярты ғүмере балаларға тәрбиә лә, төплө белем дә биргән педагогик хеҙмәт ветераны, уҡытыусы Әнисә Әхмәҙулла ҡыҙы Шәрипова тураһында булыр бөгөнгө һүҙебеҙ. Әнисә апай Ейәнсура ҡыҙы. Хозур тәбиғәтле, рухлы халыҡ йәшәгән Сирғол ауылында ябай колхозсы ғаиләһендә тыуып үҫә. Ата-әсәһе ябай хеҙмәт кешеләре булһа ла, балаларын уҡытыуға бөтә көстәрен һала.

- Ата –әсәйемә белем алыу эләкмәй. Бала саҡтары ауыр һуғыш йылдарына тура килә, бөтә халыҡ ил тергеҙеүгә баҫҡанда, улар ҙа иртә эшкә егелә. Зирәк аҡыллы, донъясыл кешеләр булды. Беҙ ғаиләлә алты бала үҫтек, дүртебеҙ – юғары, икәүһе урта махсус белемле белгестәр. Алты балаһына ла белем бирҙе улар. Алты балаһы ла, кейәү-килендәре лә – барыбыҙ ҙа педагогтар. Физика, математика, георафия, тел уҡытыусылары беҙ, - ти Әнисә Әхмәҙулла ҡыҙы ғорурланып.

Стәрлетамаҡ педагогия институтының тел буйынса киң профилле факультетын тамамлағас, тормошҡа сығып, Үрге Бикҡужа ауылы мәктәбендә хеҙмәт юлын башлай. Унда бер йыл эшләгәс, Йомағужа балалар баҡсаһына тәрбиәсе булып эшкә күсә. - Балалар баҡсаһы 1988 йылдың 8 февралендә асылды, мин шул көндән алып бөгөнгәсә ошонда, бер урында эшләп йөрөйөм. Тәүҙә тәрбиәсе булдым. Бик күп төркөмдәр сығарҙым. – Тәрбиәсе вазифаһынан хаҡлы ялға киткән белгесте балалар баҡсаһында башҡорт теле уҡытыусыһы итеп кире саҡырып алалар. Башҡорт теле ул бик нескә тел.

Әнисә Әхмәҙулла ҡыҙы балаларға телебеҙҙең бөтә нескәлектәрен бала күңеленә уйылырлыҡ итеп өйрәтеүгә бөтә оҫталығын һала.

- Баланы – баштан тип юҡҡа әйтмәгәндәр, әле 40 йыл мәғариф өлкәһендә эшләү дәүерендә шуға төшөндөм: телгә булған һөйөү, тәрбиә мәктәптә лә, баҡсала ла түгел, ғаиләлә һалына. Әгәр өйҙә ата-әсә үҙ телендә һөйләшмәй икән, балаға күпме генә өйрәтһәң дә, һеңмәйәсәк. Шуға ата-әсәләргә гел әйтәм: өйҙә балалар менән башҡорт телендә һөйләшегеҙ. Өйҙә ниндәй телдә аралашҡандары шунда уҡ һиҙелә. 15-20 минутлыҡ дәрескә мин индем дә сыҡтым, өйҙә практика кеүек нәмә булмаһа, уҡытыусының тырышып биргән белеме лә өҫтөн-мөҫтөн генә һеңеп ҡаласаҡ. Тел мәсьәләһе ҡайһы заманда ла көнүҙәк булған. Бигерәк тә ҡатнаш милләтле ерҙә йәшәгән балаларҙың теле русса асыла. Мин “Осҡон” программа буйынса эшләйем, балаларҙы өс төркөмгә бүләм: телдәре башҡортса асылған, генетик яҡтан телдәре булып та, русса асылған балалар һәм бөтөнләй башҡортса белмәгән балалар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙең баҡсала беренсе төркөмгә ҡараған балалар юҡ. Йомағужала төҙөлөш эштәре күп булды, ситтән төрлө милләт эшселәре йәлеп ителде. Уртаҡ аралашыу теле рус теле булғас, барыһының да теле яйлап урыҫлашты. Бына шуның йоғонтоһо ул бөгөн башҡорт балаһының башҡортса белмәүе. Әммә эште иртәрәк башлаһаң, һөҙөмтәһе лә ыңғай була. Өндәр системаһын ҡуйып, баланы ҡыҙыҡһындырып, ябай ғына һөйләмдәр төҙөргә өйрәтһәң, артабан уға еңелерәк бирелә. Уйын формаһында эшләйбеҙ. Һәр бер өнгә уйын үткәреп, әкиәттәр, йомаҡтар, шиғырҙар менән нығытып ҡуябыҙ. Рус милләтле балалар өсөн иһә башҡорт теле инглиз теле һымаҡ сит тел итеп ҡабул ителә. Әммә отҡор, зирәктәре тиҙ генә өйрәнеп ала. - Үҙенең яратҡан эше тураһында “сәғәтләп һөйләй алам” тип көлә ул. Тел уҡытыу балаға артыҡ йөкләмә тип, ҡайһы бер баҡсаларҙа ата-әсәләрҙең ҡаршы булыуын да ишеткәнебеҙ бар. Йомағужала был тәңгәлдә эш тейешле кимәлдә ойошторолған. Педагогтарҙың абруйлы, рухлы, телһөйәр булыуы ла, һис шикһеҙ, ыңғай йоғонто яһайҙыр, тиергә була.

- Йыл башынан ата-әсәләр менән һөйләшәбеҙ. Анкета тултыртабыҙ. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: урыҫ милләтле ата-әсәләр ҙә балаларын башҡортса уҡытырға ынтылып тора. Сөнки белеп торалар, бер нисә тел белгән баланың аң кимәле лә үҫешкән була. Берәй байрамда тырышып-тырмашып башҡортса шиғыр һөйләп торған ҡыҙҙар-малайҙарын күреүе лә ҡыҙыҡ ата-әсәләргә. Балаларҙы телгә ҡыҙыҡтырыр өсөн мин уларға дәрестә төрлө телдә һөйләп, йырлап күрһәтәм. Мәҫәлән, “Һәр ваҡыт булһын ҡояш” тигән йырҙы тәүҙә башҡортса йырлайым, шунан рус, татар, немец телдәрендә йырлап ишеттерәм. Йәки “Һаумыһығыҙ!”, “Һау булығыҙ!” тигән һүҙҙәрҙе төрлө телдә әйтеп күрһәтәм. Икенсе дәрескә баланың ҡыҙыҡһыныуы ла көсәйә, һорауҙары ла күбәйә. Ата-әсәләренә ҡайтып һөйләп күрһәтәләр. Урамдан үткәндә лә, мәктәп уҡыусылары минең менән башҡортса иҫәнләшеп үтһә, күңелемә шул хәтлем рәхәт булып китә. Иҫләйҙәр, беләләр, онотмағандар, һеңдергәндәр мин өйрәткәнде тип ҡыуанам, - ти Әнисә апай. Ысынлап та, үҙ эшеңдең һөҙөмтәһен күреү уҡытыусыларға иң оло баһалыр. Һин белем биргән уҡыусылар имтихандарын уңышлы тапшырып юғары уҡыу йортона инһә, уны тамамлап ҡулына диплом алһа, кәрәкле һөнәр эйәһе булып китһә, шунан да ҙур бәхет юҡтыр.

- Эйе, уҡытыусының, тәрбиәсеһенең эш һөҙөмтәһе йылдар үткәс кенә күренә. Мин тағы ла бер күренеш тураһында әйтер инем. Юғары уҡыу йортона инә алмай, йә балаға ул тел кәрәкмәй тип кенә башҡорт кластарына бирмәй башланылар ата-әсәләр бер осор. Егерме йыл элек индерелгән БДИ системаһы ла быға булышлыҡ итте, ҡыҙғанысҡа ҡаршы. Әммә, әйтергә кәрәк, математика, химия, физика кеүек теүәл фәндәрҙе лә саф башҡортса уҡыған быуын бер ҙә юғалып, төшөп ҡалманы бит. Бына беҙ, мәҫәлән. Юғары уҡыу йортона бер ниндәй ҡаршылыҡһыҙ индек, уҡыныҡ, диплом алдыҡ. Уҡыу йортта лы балаға имтиханды ниндәй телдә тапшырырға теләй, һайлау мөмкинлеге булырға тейеш тип уйлайым. Сөнки баштағы белемеңде үҙ телеңдә күрһәтеүе күпкә еңелерәк. Етмәһә, ике тел дә беҙҙә дәүләт теле булып иҫәпләнә бит. БДИ системаһына ыңғай ҡарамайым. Ҡайһы бер юғары уҡыу йорттары ла хәҙер элеккесә имтихан биреүгә ҡайтып баралар, быныһы бик хуп,- ти Әнисә Әхмәҙулла ҡыҙы.

Әйткәндәй, күптән түгел генә бер өләсәй менән һөйләшеп торҙоҡ. Йүнләп башҡортса белмәгән ейәнен башҡорт класына бирҙеләр. “Нишләп рус класына ғына бирмәнегеҙ, ҡыйын булмаҫмы?” тип һорайым. “Аһ, белһен, әсәһе башҡорт, беҙ башҡорт таһа” тип яуапланы. Һөйләшеп киттек. Юғары белемле юрист булып сыҡты ул өлкән генә ул апай. “Баймаҡ районынан мин, башҡорт ғаиләһендә үҫтем, башҡорт мәктәбен бөттөм. Бөтә фәндәр ҙә башҡортса ине. Юғары уҡыу йортона инеү имтиханы тарихтан ине. Ниндәй телдә яуап бирәһегеҙ тип һоранылар, һайлау мөмкинлеге булды. Башҡортсалап тороп бөтә белгәнемде һөйләнем, уҡырға индем, тырышып уҡыныҡ, диплом алдыҡ. Адвокат булып ошо районға эшкә килгәйнем ваҡытында” тип хайран итте. Бына бит, башҡорт булыу белем алыуға сик түгел икәнлеген нисәмә быуын раҫлаған.

Һүҙҙе йомғаҡлап, мәҡәлә аҙағында Әнисә апайҙың уңған хужабикә, яғымлы әсәй, абруйлы ҡәртәсәй икәнлеген дә өҫтәге килә. Тормош иптәшенең вафатына хәҙер инде байтаҡ йылдар үткән. Ике улын яңғыҙы аяҡҡа баҫтырып, уларҙы уҡытып, юғары белем биреп, матур итеп туйҙар үткәреп оло тормош юлына сығарған. - Ике улым – ике ҡулым булды. Өсәүләшеп донңя көттөк. Береһенә Башҡортостандың көнбайышынан, икенсеһенә көнсығышынан тигәндәй, килендәр алып бирҙем. Йәйгеһен эргәмә балалар ҡайта, - ти. Һәр ҡатын-ҡыҙ һымаҡ матурлыҡҡа ынтылып йәшәй Әнисә апай. Мул итеп баҡса үҫтерә, йәшелсәһе лә, емеш-еләге лә йыл һайын уңышы менән ҡыуандыра. Көҙ байлыҡ йәшелсәләрен эш итеп, ҡышҡылыҡҡа төрлө салаттар ябып, ҡайнатмалар әҙерләп тә ҡуйған. Йәмәғәт тормошонда да әүҙем ул. “Гәрәбә” фольклор ансамбле менән төрлө концерттарҙа ҡатнаша, ҡумыҙҙа уйнай, тамашалар өсөн йөкмәткеле сценарийҙар яҙа. Һайлау комиссияһы рәйеме урынбаҫары вазифаһын да оло яуаплылыҡ менән башҡара. - Уҡытыусыларҙың, тәрбиәселәрҙең эше күҙгә күренмәй. Мәҫәлән, төҙөүҙе өй күтәреп төҙөнө лә ултыртты, бына ултыра уның эшенең һөҙөмтәһе. Ә беҙҙең, ғөмүмән, балалар менән эшләгән кешеләрҙең хеҙмәт һөҙөмтәһе дауамлы, оҙайлы. Бала һөнәр һайлап, кеше булып аяҡҡа баҫмайса, һин биргән белемде тормошта үҙе ҡулланмайса, эшебеҙ күренмәй. Тәрбиәсе менән уҡытыусы - хәҙерге заманда иң кәрәкле һөнәрҙәрҙең береһе ул. Бигерәк тә һуңғы осорҙа илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләүгә айырым иғтибар бирелгән ваҡытта, уҡытыусыларҙың эше ҙур әһәмиәткә эйә, тип иҫәпләйем, - ти. Мәғариф өлкәһендәге фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн ул Башҡортостандың мәғариф отличнигы тигән маҡтаулы исемгә лә лайыҡ ул Әнисә Әхмәҙулла ҡыҙы. Оҙаҡ йылдар башҡорт теле буйынса РМО етәксеһе була. Уның һымаҡ бар булмышын, ғүмерен балаларҙы телһөйәр, илһөйәр, рухлы итеп тәрбиләүгә, төплө белем биреүгә бағышлаған, һәр яҡлап та ижади эшләгән мөғәллимдәрҙең тырышлығын етәкселәр ҙә тейешле баһалай: бихисап почет грамоталары, рәхмәт хаттары менән бүләкләнә. “Илебеҙҙең киләсәге буласаҡ балаларыбыҙ илһөйәр ҙә, телһөйәр ҙә булып үҫһендәр ине”, - ти үҙ эшенең оҫтаһы булған педагог.

Илебеҙ киләсәге илһөйәр булһын
Илебеҙ киләсәге илһөйәр булһын
Автор:Айгөл Айытҡолова
Читайте нас