Мораҙым
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
22 Сентябрь 2022, 11:34

"Ләйсән" дә - йәйғор балҡышы

 Тиҙҙән, 27 сентябрҙә, Тәрбиәселәр һәм бөтә мәктәпкәсә йәштәге балалар учреждениелары көнө билдәләнә.    Күгәрсен ауылының бер биҙәге булған “Ләйсән” балалар баҡсаһы сабыйҙарға йөрәк йылыһын мулдан өләшеүсе тәрбиәселәре менән нурлы, яҡты. “Бала саҡ иле”нең хәстәрлекле ҡулдарҙа икәнлеген бар йәйғор төҫтәрендәге гөл-сәскәләр балҡыған ихатаһынан уҡ тойомларға була...  Өс кешенән торған коллектив балаларҙың донъяны танып белеү һәләтен, телмәрен һәм фекерләү дәрәжәһен,милли аңын үҫтереү, уларға рухи-әхлаҡи, патриотик  тәрбиә биреү маҡсатында берҙәм, тырыш хеҙмәт күрһәтә.

"Ләйсән" дә - йәйғор балҡышы
"Ләйсән" дә - йәйғор балҡышы

 Баҡсаны ваҡытлыса етәкләүсе Алина Хәлитова йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан, бала йәнле, талапсан, коллегаларына ихтирамлы. Был өлкәлә эшләүенә йылдан артыҡ ҡына ваҡыт үтһә лә, эшенә лә төшөнөп алған, баҡсала тәрбиәләнеүселәргә лә йәне менән берегеп өлгөргән.

 2003 йылдан бирле бында тәрбиәсе булып эшләүсе Айгөл Маннанова һәм 1988 йылдан башлап ғүмерен кескәйҙәргә бағышлаған тәрбиәсе ярҙамсыһы Зөлфиә Яхина – икеһе лә бөтмөр заттан, тәжрибәле, махсус белемле, намыҫлы хеҙмәткәрҙәр. “Ләйсән”дә тәрбиәләнеүсе 28 сабый өсөн йән атып торған “апай”ҙар икеһе лә өс баланың изгелекле әсәһе, тормош юлдаштары өсөн ышаныслы, хәстәрлекле ҡатын, терәк-таяныс та улар.

... Ләйсәндән һуң һәр саҡ йәйғор ҡалҡа. “Ләйсән” балалар баҡсаһына йөрөгән сабыйҙарҙың да артабан тормош күге йәйғорҙай балҡыһын, имен булһын, юлдарында алсаҡ йөҙлө тәрбиәселәре кеүек гел матур кешеләр генә осраһын!

 

Автор:Гульшат Саитбаталова
Читайте нас: