Мораҙым
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
20 Сентябрь 2022, 16:40

Юбилейҙар ҡотло булһын!

Ошо көндәрҙә хөрмәтле коллегаларыбыҙ, Яңы Хвалын урта мәктәбенең технология һәм һынлы сәнғәт уҡытыусыһы Сәлихов Наил Өпөлхаҡ улы һәм рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Сәлихова Флюза Вәлиәтдин ҡыҙы күркәм юбилейҙарын билдәләнеләр. Улар бар ғүмерен йәш быуынды тәрбиәләүгә һәм уҡытыуға бағышланылар һәм әлеге көндә лә сафталар. Наил Өпөлхаҡ улы - юғары категориялы уҡытыусы. Уның уҡыусылары йыл һайын район кимәлендә үткәрелгән олимпиадаларҙа, конкурстарҙа призлы урындар яулайҙар, үҙе лә шахмат ярыштарында һынатмай. Балаларҙы эшкә өйрәтә, хеҙмәткә һөйөү тәрбиләй. Уҡытыусының Маҡтау грамоталары бихисап.  Флүзә Вәлиәтдин ҡыҙы, тәжрибәле уҡытыусы булараҡ, балаларға рус теле һәм әҙәбиәте серҙәрен аса,  фәнгә һөйөү тәрбиәләй. Уның уҡыусылары олимпиадаларҙа,  конкурстарҙа әүҙем ҡатнашалар. Уҡытыусы бер-нисә быуын уҡыусыларын оло тормошҡа оҙата. Педагогик хеҙмәт емештәре өсөн Флюзә Вәлиәтдин ҡыҙы бик күп Маҡтау грамоталары менән бүләкләнә.  Сәлиховтар ғаиләһе ауылда өлгөлө ғаиләләрҙең береһе. Ошо ғаилә емештәре булып ике ҡыҙ бала донъяға тыуа, икеһенә лә юғары белем бирәләр, әлеге көндә улар  уңышлы эшләп йөрөйҙәр.  Хужалыҡ та гөрләп тора: бал ҡорто тоталар, һарай тултырып мал аҫырайҙар, йәшелсә үҫтерәләр. Юбилейығыҙ менән, хөрмәтле коллегалар Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, эшегеҙҙә ижади уңыштар теләйбеҙ!

Юбилейҙар ҡотло булһын!
Юбилейҙар ҡотло булһын!

Ошо көндәрҙә хөрмәтле коллегаларыбыҙ, Яңы Хвалын урта мәктәбенең технология һәм һынлы сәнғәт уҡытыусыһы Сәлихов Наил Өпөлхаҡ улы һәм рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Сәлихова Флюза Вәлиәтдин ҡыҙы күркәм юбилейҙарын билдәләнеләр. Улар бар ғүмерен йәш быуынды тәрбиәләүгә һәм уҡытыуға бағышланылар һәм әлеге көндә лә сафталар.

Наил Өпөлхаҡ улы - юғары категориялы уҡытыусы. Уның уҡыусылары йыл һайын район кимәлендә үткәрелгән олимпиадаларҙа, конкурстарҙа призлы урындар яулайҙар, үҙе лә шахмат ярыштарында һынатмай. Балаларҙы эшкә өйрәтә, хеҙмәткә һөйөү тәрбиләй. Уҡытыусының Маҡтау грамоталары бихисап.

 Флүзә Вәлиәтдин ҡыҙы, тәжрибәле уҡытыусы булараҡ, балаларға рус теле һәм әҙәбиәте серҙәрен аса,  фәнгә һөйөү тәрбиәләй. Уның уҡыусылары олимпиадаларҙа,  конкурстарҙа әүҙем ҡатнашалар. Уҡытыусы бер-нисә быуын уҡыусыларын оло тормошҡа оҙата. Педагогик хеҙмәт емештәре өсөн Флюзә Вәлиәтдин ҡыҙы бик күп Маҡтау грамоталары менән бүләкләнә.

 Сәлиховтар ғаиләһе ауылда өлгөлө ғаиләләрҙең береһе. Ошо ғаилә емештәре булып ике ҡыҙ бала донъяға тыуа, икеһенә лә юғары белем бирәләр, әлеге көндә улар  уңышлы эшләп йөрөйҙәр.  Хужалыҡ та гөрләп тора: бал ҡорто тоталар, һарай тултырып мал аҫырайҙар, йәшелсә үҫтерәләр.

Юбилейығыҙ менән, хөрмәтле коллегалар Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, эшегеҙҙә ижади уңыштар теләйбеҙ!

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас: