Мораҙым
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
14 Сентябрь 2022, 09:51

Шайморатовсылар

Кисә Шишмә районындағы "Патриот" паркында Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемендәге кубокка "Йәйге Шайморатов уйындары" үтте. Унда республиканың Шайморатов класында уҡыған 40 команда көс һынашты. Беҙҙең район данын быйылғы уҡыу йылында шайморатовсылар рәтен тулыландырған Башҡорт гимназияһының 6"Ш" класы уҡыусылары яҡланы. Үҙебеҙҙең йәш шайморатовсыларҙы уңышлы сығыш яһауҙары, бөтә һынауҙарҙы лайыҡлы үтеүҙәре менән ҡотлайбыҙ! Афарин!

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас: