Мораҙым
+29 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
12 Сентябрь 2022, 12:51

Яңы Хвалын мәктәбендә “Үҫеш нөктәһе” асылды

Бөгөн, 12 сентябрҙә, Яңы Хвалын урта мәктәбендә тәбиғи-фәнни һәм техник йүнәлештәр буйынса “Үҫеш нөктәһе” үҙәге асылды. Был тантаналы көндө мәктәп уҡыусылары ғына түгел, уҡытыусылар, ата-әсәләр ҙә түҙемһеҙлек менән көтөп алды.  “Үҫеш нөктәһе” үҙәген асыу сараһында  район хакимиәте башлығы урынбаҫары Михаил Чижков ҡатнашты. Килгән ҡунаҡтарҙы, уҡытыусыларҙы, уҡыусыларҙы Яңы Хвалын урта мәктәбе директоры Айгөл Килсенбаева, уның  уҡыу-уҡытыу эштәре урынбаҫары, “Үҫеш нөктәһе” үҙәгенең етәксеһе Миләүшә Һөйөндөкова сәләмләне. Сараға балаларҙың сағыу сығышы йәм бирҙе, йәш уҡытыусылар музыкаль сәләмдәрен еткерҙе.

Яңы Хвалын мәктәбендә “Үҫеш нөктәһе” асылды
Яңы Хвалын мәктәбендә “Үҫеш нөктәһе” асылды

Артабан сарала ҡатнашыусылар “Үҫеш нөктәһе” үҙәге буйынса асылған кабинеттар буйлап экскурсия яһанылар. Физика һәм математика уҡытыусыһы Юлай Хөснуллин, химия һәм биология уҡытыусыһы Айгөл Килсенбаева, технология уҡытыусыһы Наил Сәлихов  уҡыусылар менән белемдәрен практик яҡтан нығыттылар, төрлө тәжрибәләр эшләп күрһәттеләр.

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас: