+28 °С
Болотло


Һәр бала түҙемһеҙләнеп көтөп алған 1 сентябрь ҙә етте. Ҡупшы итеп кейенгән, ҡулдарына аллы-гөллө сәскә бәйләмдәре тотҡан балалар мәктәпкә ашыҡты. Әлегәсә тып-тын торған белем усаҡтары уҡыусыларҙың шат тауыштарына күмелде.
Был көндө райондың барлыҡ мәктәптәрендә Белем көнө айҡанлы тантаналы линейкалар үтте, Башҡорт гимназияһында үткән сараға уҡыусылар, уҡытыусылар ғына түгел, мәғариф ветерандары ла, ата-әсәйҙәр ҙә йыйылды.