Мораҙым
+22 °С
Ямғыр
МӘҒАРИФ
2 Сентябрь 2022, 05:55

Хыялы - башҡорт журналисы булыу

Рухлы башҡорт ҡыҙы Илүзә Ҡыҙрасованы яҡшы беләһегеҙҙер, төркөмдәштәр. Уның тураһында район, республика баҫмаларында ла мәҡәләләр донъя күрҙе. Мәктәп тормошонда ла, матбуғатта ла, телевидениела ла әүҙемлек күрһәткән тырыш ҡыҙ - хыялына табан иң яуаплы аҙымдарҙың береһен эшләне - БДИ һөҙөмтәләре буйынса үҙе теләгән уҡыу йортона - БДУ-ның башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетының башҡорт журналистикаһы бүлегенә уҡырға инде. Тырыш ҡыҙыҡай һынатмаҫ, был тәңгәлдә лә уңыштарға өлгәшер тип өмөтләнәбеҙ.  Әйткәндәй, Илүзә Рәми Ғариповтың 90 йыллығына арналған төбәк-ара конкурсында ҡатнаша.  Күгәрсен районынан был ижади бәйгелә Илүзә генә ҡатнаша. Рухлы түңгәүер ҡыҙына тауыш биреү өсөн  https://bash.news/konkurs/rami-garipov һылтанмаһы буйынса үтеп, йөрәккә баҫырға кәрәк. Көн һайын (тәүлегенә бер)  тауыш бирергә була.  Әлеге минутҡа ул меңдән ашыу тауыш менән беренсе бара. 

«Минең Рәми» төбәк-ара шиғриәт конкурсы Башҡортостан Республикаһы Башлығының 2020 йылдың 17 ғинуарындағы № УГ-15 «Рәми Йәғәфәр улы Ғариповтың тыуыуына 90 йыл тулыуҙы билдәләү тураһында» Указына ярашлы уҙғарыла.

Конкурс 2022 йылдың 12 февраленән декабренә тиклем өс этапта уҙғарыла: беренсе этап — конкурс эштәрен ҡабул итеү, икенсе этап — телевизион конкурс һәм өсөнсө этап — конкурстың финалы. Әле икенсе тур бара. Ул 26 сентябргә тиклем дауам итә. 

Күгәрсен районынан был ижади бәйгелә Илүзә генә ҡатнаша. Рухлы түңгәүер ҡыҙына тауыш биреү өсөн  https://bash.news/konkurs/rami-garipov һылтанмаһы буйынса үтеп, йөрәккә баҫырға кәрәк. Көн һайын (тәүлегенә бер)  тауыш бирергә була. 

 

 

 

 

Хыялы - башҡорт журналисы булыу
Хыялы - башҡорт журналисы булыу
Автор:Айгөл Айытҡолова
Читайте нас