Мораҙым
+24 °С
Ямғыр
МӘҒАРИФ
2 Сентябрь 2022, 09:40

Бай тарихлы мәктәп

Сәйетҡол мәктәбенең тарихы бик бай. 1858-1860 йылдарҙа архитектор Журавский етәкселегендә төҙөлгән бинала урынлашҡан белем усағы бынан бер нисә йыл элек кенә өр-яңынан төҙөлгән ике ҡатлы бинаға күсте. Мәктәп үҙенең күренекле, билдәле уҡыусылары менән дан тота. Уларҙың араһында тел ғалимы, тел белгестәре, төҙөүселәр, шахтерҙар, етәкселәр, билдәле уҡытыусылар һ.б. бар. Шуныһы ҡыҙғаныс, ике ауыл балаларына белем һәм тәрбиә биргән белем усағында ла уҡыусылар һаны йылдан-йыл кәмей. Быйыл 1-се класҡа өс бала килгән. Сәйетҡол ауылынан – Морат Сәйетбатталов менән Аделина Усарова, Бикештән – Алһыу Рәхмәтуллина. Уларға тәжрибәле уҡытыусы Лилиә Әхәт ҡыҙы Йосопова белем бирәсәк.

Бай тарихлы мәктәпБай тарихлы мәктәп
Бай тарихлы мәктәп

 Мәктәптә уҡыусылар һаны – 42. Уларҙың һигеҙе Яңы Покровка ауылынан йөрөп уҡыясаҡ. Бының өсөн махсус транспорт сараһы бүленгән.

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас