Мораҙым
+28 °С
Болотло
МӘҒАРИФ
2 Сентябрь 2022, 05:07

Һаумы, мәктәп!

Һеҙ һүрәттә күргән бәләкәстәр - ең һыҙғанып белем иленә сәйәхәткә сыҡҡан беренселәр. Мораҡ башҡорт гимназияһының башҡорт класы уҡыусылары улар хәҙер. Ошо балаларҙың ун бере "Уралҡай" балалар баҡсаһының "Аҡ сәскә" башҡорт төркөмөндә тәрбиәләнде. Хәҙер иһә бергәләп бер класҡа - башҡорт класына уҡырға килде. Балалар баҡсаһынан тәрбиәселәре Әминә Һаҙый ҡыҙы Айытҡолова аҡ юл теләп оҙатып ҡалһа, мауыҡтырғыс белем иленә иһә уларҙы уҡытыусылары Лира Урал ҡыҙы Аллабирҙина әйҙәйәсәк. Белем тауы бик бейек, үргә менгән һайын донъя яҡтыра. Күңелле лә, яуаплы ла, мажараларға ла бай мәктәп йылдары бәләкәстәргә оҡшар тип ышанабыҙ. 

Һаумы, мәктәп!Һаумы, мәктәп!
Һаумы, мәктәп!

Мәрйәм Бураҡаева, башҡорт педагогы, йәмәғәт эшмәкәре, С. Юлаев ордены кавалеры:

- Әсә теленән дә ышаныслыраҡ тәрбиәсе юҡ! Туған телдә шәхсән үҙеңдең генә әйтәһе һүҙең түгел, быуындан-быуынға, нәҫелдән-нәҫелгә күсә килгән ҡиммәттәр сағылыш таба. Ошо ҡиммәттәр, тел моңона үрелеп, бала күңеленә һеңә һәм ҡан (ген) менән бирелә килгән милли хазинаны - үҙаңды уята. Үҙаң уяныуы - үҙтәрбиәнең иң ышаныслы терәге, таянысы, нигеҙе.

Автор:Айгөл Айытҡолова
Читайте нас