Мораҙым
+28 °С
Болотло
МӘҒАРИФ
19 Август 2022, 08:48

Йәне менән береккән ул мәктәбенә, Әлмәсенә

 Миләштәр баҙлап янғанда һәм яңы уҡыу йылына һанаулы көндәр ҡалып килгәндә, йәшлегем эҙҙәрен һаҡлаған Әлмәс ауылы мәктәбенең хәлен белешмәйенсә түҙеп буламы һуң инде?!. Гөлнара Юнир ҡыҙы Күскилдина һәр ваҡыттағыса йылмайып-көлөп ҡаршыма сыҡты.    ...Уҡытыусы исемен ҙур ғорурлыҡ менән йөрөтөп, мең мәшәҡәтле мәктәп һәм ауыл тормошонда ҡатын-ҡыҙҙың бар нәфислеген һаҡлап ҡала белгән гүзәл зат ул. Иңдәренә Мораҡ башҡорт гимназияһы филиалы – Әлмәс төп дөйөм белем биреү мәктәбе өсөн яуаплылыҡ алған етәксе булараҡ, тейешенсә талапсан да, ныҡышмал да үҙе.

Йәне менән береккән ул мәктәбенә, ӘлмәсенәЙәне менән береккән ул мәктәбенә, Әлмәсенә
Йәне менән береккән ул мәктәбенә, Әлмәсенә

 

 Намыҫлы мәғариф эшсәне генә түгел, бөркөттәй ике улдың хәстәрлекле әсәһе лә, 1998 йылдан алып ғүмер ебен мөхәббәт-наҙҙа бергә-бергә һүткән икенсе яртыһы Мөнир Хәким улы өсөн тоғро, ышаныслы тормош юлдашы ла. Матур парҙың татыу ғаиләһе – Әлмәс ауылының йәме, биҙәге.

- Һин бит Мораҡ ҡыҙы, нишләп район үҙәгендәге мәктәптәрҙең береһенә эшкә инмәнең? – тип, нисә йылдар үҙемде ҡыҙыҡһындырған һорауҙы бирәм.

- Диплом алғас, 1994 йылда, мине бында башланғыс кластарҙы уҡытырға ебәрҙеләр. Дүрт йыл тәжрибә туплағас, үҙем дә мәктәпкә, ауылға эҫендем дә киттем, - ти ул.

 Өҫтәүенә үҙ бәхетен ошо төбәктә тапҡас, ғаилә башлығына ихтирам йөҙөнән дә иптәшенең тыуып-үҫкән ауылына, килен булып төшкән еренә таштай бата Гөлнара Юнир ҡыҙы. Мөхәббәт емештәре – Данир менән Фәнир ғаилә ептәрен тағы ла нығытып, тормоштарына нур өҫтәй. Үҙ тырышлығы, хәләл тир тамсылары менән мөһабәт йорт һалып инә Күскилдиндар. Ваҡытлыса ауырлыҡтарҙы лайыҡлы үткәреп, тора-бара мал үрсетеп, баҡса үҫтереп, донъяларын да гөлдәй итә уңғандар.

 Мәғариф кешеһенең ярты ғүмере мәктәптә үтә, эргәңдә ышаныслы ир булыуы бигерәк мөһим. Тик тормаҫ Мөнир ағайҙың ҡулы бөтә эшкә лә бара, ысын мәғәнәһендә ете төрлө һөнәргә эйә ул. Асфальт түшәү, кешеләргә зәңгәр яғыулыҡ индерешеү... – ниндәй генә өлкәлә эшләмәһен, таһыллығын күрһәтеп, ғаиләһенә табыш индерергә әмәлен таба.

 Үҙенә ихтирам-хөрмәт күрһәтеүсе тормош иптәшенә лә, берҙәм коллективына ла, мәктәпте яңы уҡыу йылына әҙерләргә ярҙам иткән тынғыһыҙ ата-әсәләргә лә мең рәхмәтле Гөлнара Күскилдина.

 Хушлашып, кире Мораҡ яғына юл тотҡанда, күңелемдә “Гөлнара Юнир ҡыҙы кеүек мәктәп эшенә мөкиббән, үҙҙәре төйәк иткән төбәктең киләсәге өсөн янып-көйөүсе  мәғариф эшсәндәре булғанда, Әлмәс мәктәбе ишектәренә йоҙаҡ эленмәҫ һәм ауылдан йәм, ғәм китмәҫ әле” тигәнерәк яҡты уйҙар бөтөрөлдә.   

 

Автор:Гульшат Саитбаталова
Читайте нас