

Гөлфиә Нуретдин ҡыҙы әйтеүенсә, каникул, байрамдар ваҡытында клубҡа шөғөлләнергә килеүсе үҫмерҙәрҙең, йәштәрҙең һаны хатта 50-нән артҡан саҡтары ла булған. Кескәйҙәрме, йәштәрме, иң мөһиме - улар бында ваҡытын, ялын файҙалы үткәрер өсөн килә. Балаларҙың, үҫмерҙәрҙең яңынан-яңы һәләтен асыу, камиллаштырыу өсөн эшенә ижади ҡарашлы, бала йәнле Миләүшә Ишкинина менән Лилиә Хәмитова кеүек ысын педагогтар ҙур тырышлыҡ һала.
- Ышанаһығыҙмы-юҡмы, беҙҙә хатта йомшаҡ уйынсыҡ тегергә яратҡан үҫмерҙәр бар. Түңәрәктәргә ирекле йөрөү, йәнеңә яҡын шөғөлдө үҙең һайлау мөмкинлеге лә үҫмерҙәрҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу уяталыр, сөнки улар мәжбүр иткәнде яратмай, - ти етәксе.
“Эшебеҙ матур, хеҙмәт емешебеҙ тирә-яҡты һоҡландырырлыҡ булһын” тип тырышҡандары күренеп тора. Йомағужа ауылында уҙған Төҙөүселәр көнөндә лә “Ағиҙел” клубының эстетик зауыҡ менән биҙәлгән күргәҙмә мөйөшөн урап үтә алманыҡ. Бисерҙан үрелгән сәскәләр, ағастар... йәш быуын тыуҙырған илаһи “мөғжизәләр утрауы” ифрат һоҡландырҙы, байрам сараһына тағы ла яҡты нур бөрккәндәй булды.