Мораҙым
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
11 Август 2022, 15:50

Әүҙем, намыҫлы, егәрле

 Физкультурниктар көнө яҡынлашып килгәндә, әлбиттә, мәғариф өлкәһендәге талымһыҙ йөрәкле, әүҙем тормош позицияһы менән айырылып тороусы аҫыл ир-аттарҙы телгә алып үтке килә.  Шуларҙың береһе – Киленбаев Фәрит Сәғәҙәт улы.  Ул Мораҡ башҡорт гимназияһы филиалы – Әлмәс төп дөйөм белем биреү мәктәбенең физик культура уҡытыусыһы. Был мәктәптә үҙ эшен яратып башҡарыуына хәҙер 36 йыл була.

Әүҙем, намыҫлы, егәрле
Әүҙем, намыҫлы, егәрле

 Әлмәс ауылында биш бала тәрбиәләнгән матур ғаиләлә иң кесеһе булып тыуа. Әсәһе Тәнзилә Айса ҡыҙы менән атаһы Сәғәҙәт Насип улы ғүмерҙәрен ҡортсолоҡҡа бағышлаған, башҡорт балының данын Мәскәүгә барып ғорур яҡлаған егәрле заттан була. Атаһы бик иртә гүр эйәһе булыу сәбәпле, Фәриткә бәләкәстән әсәһенә ярҙамлашып, ҡортсолоҡ серҙәренә төшөнөргә тура килә. Мәктәптән һуң умартасылыҡҡа уҡып, хеҙмәт юлын ҡортсо ярҙамсыһы булараҡ башлай ул. Армиянан һуң да Күгәрсен совхозының ҡорт баҡсаһында эшләп ала.

 1996 йылда тыуған ауылы мәктәбенә физкультура уҡытырға саҡырғас, мәғариф өлкәһенә сыға. Беренсе көндән үк коллективта, яңы мөхиттә үҙ кеше икәнлеген тоя. Ситтән тороп Стәрлетамаҡ физкультура техникумында белем эстәй. Бала саҡтан күңеленә яҡын баллы шөғөлөнән дә ситләшмәй. Был эшендә икенсе яртыһы Земфира Нәғимйән ҡыҙы - ҙур ярҙамсы. Ул һөнәре буйынса фельдшер, урындағы халыҡҡа шәфҡәт нуры өләшеүенә 20 йылға яҡын, ә һаулыҡ һағында ул 1994 йылдан бирле эшләй. Ярҙамсыл, мөләйем йөҙлө хеҙмәткәр ике ҡыҙҙың изгелекле әсәһе лә. Әсәһе бик иртә баҡыйлыҡҡа күскән улдары – Тимурҙы ла опекунлыҡҡа алып, үҙ балаһылай күреп, уға бар йөрәк наҙын телә оло йөрәкле Киленбаевтар.

 Әйткәндәй, баллы шөғөлө Фәрит Сәғәҙәт улына мең мәшәҡәтле мәктәп тормошонан һуң рухи ял ғына бирә. Ә спорттан сәм алыусы физоргтың йөрәк ялҡыны уҡыусыларға ла, ғаиләһенә лә, үҙе кеүек егәрле бал ҡорттарына ла етәрлек.   

Автор:Гульшат Саитбаталова
Читайте нас: