Мораҙым
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
20 Июнь 2022, 15:31

"Бала саҡ илендә" йәйге ял күңелле үтә

Балалар ижады үҙәгендә 1 июндән "Бала саҡ иле" тип аталған майҙансыҡ эшләй. Балаларҙың йәйге ялып файҙалы ла, күңелле лә итеп үткәреүгә булышлыҡ иткән был майҙансыҡҡа уҡыусылар ҙур теләк менән йөрөй. Үҙәк педагогтары улар өсөн төрлө уйындар, ҡыҙыҡлы викториналар, ярыштар, бәйгеләр ойоштора. Бер көн дә тематик яҡтан ҡабатланмай, экологик тәрбиәгә лә, ғаилә ҡиммәттәре әһәмиәтен күтәреүгә лә, мәктәптә алған белемдәрен нығытыуға ла, төрлө ҡул эштәренә өйрәтеүгә лә ҙур иғтибар бүленә. "Һаумы, йәй!", "Изгелек ҡуласаһы", "Тәбиғәт менән бергә", "Минең ғаиләм - минең шатлығым", "Кино илендә" - һәр көндөң үҙенең темаһы бар. Атай-әсәйҙәр эштә саҡта балалалар ҙа ҡараулы, көндәре хәүефһеҙлектә үтә. 

"Бала саҡ илендә" йәйге ял күңелле үтә
"Бала саҡ илендә" йәйге ял күңелле үтә

Фотолар "ЦДТ" төркөмөнән алынды.

"Бала саҡ илендә" йәйге ял күңелле үтә
"Бала саҡ илендә" йәйге ял күңелле үтә
Автор:Айгөл Айытҡолова
Читайте нас: