Мораҙым
-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
25 Май 2022, 14:05

Сыңланы һуңғы ҡыңғырау...

Бөгөн республикабыҙҙың урта мәктәптәрендә сығарылыш класы уҡыусылары өсөн "Һуңғы ҡыңғырау" байрамы уҙҙы.  Башҡорт гимназияһы, Мораҡ 1-се, Йомағужа 1-се һәм 2-се, Исем урта мәктәптәре үҙҙәренең 98 ҡошсоғон оло тормош юлына осора.

Сыңланы һуңғы ҡыңғырау...
Сыңланы һуңғы ҡыңғырау...

Башҡорт гимназияһын барлығы 40 уҡыусы тамамлай. 19 егет менән 21 ҡыҙҙың 25-е 11-се “г” класында белем алһа, 15-е 11-се “а” класынан.  Был белем усағындағы тантаналы сара дәүләт гимндарын тыңлауҙан  башланды һәм һанаулы ғына көндәрҙән оло тормош юлына аяҡ баҫасаҡ егет-ҡыҙҙар класс етәкселәре Арыҫланбаева Альбина Хәмзә ҡыҙы, Исҡужина Гөлнара Салауат ҡыҙы оҙатыуында һуңғы линейкаға йыйылды.

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас: