Мораҙым
+17 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
24 Май 2022, 14:45

Йәшнәп килә йәшлек яҙҙары

Мораҡ башҡорт гимназияһының сығарылыш класында белем алған Илүзә Ҡыҙрасова үҙенең өлгөрлөгө, киң ҡарашлы, эҙләнеүсән, маҡсатлы булыуы менән һоҡландыра.

Йәшнәп килә йәшлек яҙҙары
Йәшнәп килә йәшлек яҙҙары

Ижади ғаиләлә тыуып үҫкән Илүзә. Ата-әсәһе - йәшләй генә Урал аръяғынан Мораҡ ауылына күсеп килеп, балалар сәнғәт мәктәбендә эшләгән һәм район балаларының һәләттәрен үҫтереүгә ҙур көс һалған Гүзәл һәм Юлай Ҡыҙрасовтар икеһе лә ижад донъяһына баш көлләй сумған, балаларында ла сәнғәткә ҡарата һөйөү уятҡан .

 Илүзә гимназияның иң әүҙем уҡыусыларының береһе, республика кимәлендә үткәрелгән күп фәнни - ғәмәли конференцияларҙа ҡатнашып, һәр саҡ призлы урындарға лайыҡ булған, 8-11-се кластарҙа уҡығанда дүрт йыл рәттән башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиадала еңеүселәр исемлегенә ингән, Кейекбай һәм Биишева уҡыуҙарында ҡатнашып, 1-се урын алған.
 Илүзә лә, апаһы Шәүрә кеүек үк, Мораҡ балалар сәнғәт мәктәбенең фольклор класын тамамлаған, думбырала уйнап, төбәк-ара бәйгелә 1-се урын алған.

  Район үҙәгендә уҙған Еңеү байрамы, Хәтер көнө кеүек төрлө сараларҙа Илүзә йыш сығыш яһай, ул уҡыған шиғырҙар һәр кемдең күңеленә үтеп инә. Әйткәндәй, үҙе лә шиғырҙар ижад итә.
 2020 йылда Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипова призына уҙғарылған йәш ижадсылар конкурсында уның ижади эше Гран-приға лайыҡ тип табыла. Яҡшы уҡыуы, яулаған уңыштары өсөн  2020-2021 уҡыу йылында район хакимиәте башлығы стипендияһын ала.

 Уҙған йыл “Ҡош юлы. Балалар” асыҡ башҡорт бард телевизион конкурсында ҡатнашып, “Иң йәнле сығыш” номинацияһына лайыҡ була.
 Илүзәнең күңелендә мең төрлө уй-хыялдар, ниәттәр йәшәй. Әлегә иһә уның төп маҡсаты -  берҙәм дәүләт имтихандарын уңышлы тапшырып, юғары уҡыу йортона уҡырға инеү. Барлыҡ уй-ниәттәрең тормошҡа ашһын, аҡ юл һиңә, һылыуҡай!

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас: