Мораҙым
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
20 Май 2022, 14:21

Уҡыу алдынғылары маҡтауға лайыҡ!

Районыбыҙ, илебеҙ киләсәге - яңы үҫеп килеүсе быуын ҡулында. Артабан дәртләнеп, сәмләнеп уҡыр, спорт менән шөғөлләнер өсөн балаларға бер йылы һүҙ, аҙ ғына иғтибар бүлеү ҙә етә... Тик уҡытыусыларҙың, класс етәкселәренең һәләтле баланы күреп, үҫтерә белеүе генә мөһим!  Пионерҙар көнө айҡанлы уҙған сарала уҡыу алдынғыларын, “Йәш күгәрсенлеләр” ойошмаһының әүҙем, йәиһә лидерлыҡ һыҙаттарына эйә булған уҡыусыларын билдәләп үтеү бик урынлы булды.  Район мәғариф бүлегенең Маҡтау ҡағыҙына лайыҡ булдылар:

Уҡыу алдынғылары маҡтауға лайыҡ!
Уҡыу алдынғылары маҡтауға лайыҡ!

- Йәмилә Ҡараҙбаева,Тәүәкән урта мәктәбенең 4-се класс уҡыусыһы;

- Власта Судакова, Мораҡ 1-се урта мәктәбенең 4-се класс уҡыусыһы;

 “Башҡортостан пионерҙары” хәрәкәтенең Маҡтау ҡағыҙы һәм рәхмәт хаттары менән бүләкләнде:

- Алина Хәсәнова, Исем урта мәктәбенең 8-се класс уҡыусыһы;

- Лиана Абдуллина, Йомағужа 1-се урта мәктәбенең 6-сы класс уҡыусыһы;

- Анастасия Соколова, Мораҡ 1-се урта мәктәбенең 7- се ”А” класы уҡыусыһы;

- Дарья Столярова, Мәҡсүт урта мәктәбенең 7-се класс уҡыусыһы;

- Динислам Хоҙайғолов, Хоҙайбирҙин урта мәктәбенең 7-се класс уҡыусыһы;

- Илгизәр Әбдрәхимов, Тәүәкән  урта мәктәбенең 4-се класс уҡыусыһы;

- Камила Йомағужина, Теләүембәт  урта мәктәбенең 5-се класс уҡыусыһы;

- Алена Васильева, Воскресенк урта мәктәбенең 7-се класс уҡыусыһы;

- Айгизә Төхвәтуллина, Яңы Хвалын урта мәктәбенең 7-се класс уҡыусыһы;

- Айзилә Хәлитова, Күгәрсен урта мәктәбенең 8-се класс уҡыусыһы.

 Элгәре пионерҙар слетында йыл һайын алдынғыларҙы бүләкләү кеүек матур йола бар ине. Был иһә балаларға киләсәктә нығыраҡ тырышыр өсөн дәртләндергес сара булып торҙо. Тантанала бүләкләнгән уҡыусылар ҙа артабан һынатмаҫ, төрлө өлкәлә район данын ғорур яҡлар тип ышанғы килә.

Автор:Гульшат Саитбаталова
Читайте нас: