Мораҙым
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
20 Май 2022, 09:45

"Алда әле заман имтиханы, күп һынауҙар әле үтәһе..."

Район мәғариф бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, быйыл районыбыҙҙа 11-се класты - 98,  9-сы класты  357 уҡыусы тамамлаясаҡ.   Мораҡ башҡорт гимназияһының 11-се “г” класы уҡыусыһы Илдус Хәлитов та әлеге мәлдә берҙәм дәүләт итмтихандарына әҙерләнә.  1-се кластан уҡ гимназияла белем алған үҫмер яҡшы уҡый, бар яҡлап та әүҙем, физика менән математиканы һәм информатиканы үҙ итә.

"Алда әле заман имтиханы, күп һынауҙар әле үтәһе..."
"Алда әле заман имтиханы, күп һынауҙар әле үтәһе..."

Ошо фәндәр буйынса уҙған район, республика олимпиадаларында әүҙем ҡатнаша. Һуңғы ике йылда информатика буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһының район этабында еңеүселәр исемлегенә ингән, 2021 йылда “Физика буйынса Башҡортостан кубогы” республика турнирында V  урын алған.  Илдус ҡатнашҡан команда Волга буйы федераль округы уҡыусылары араһында уҙғарылған интеллектуаль олимпиаданың муниципаль этабында “Уйлап табыусы мәсьәләләрҙе хәл итеү” йүнәлеше буйынса еңеү яулаған.  

Спорт туризмы буйынса III разрядҡа эйә булған егет район һәм республика кимәлендә үткән туристик ярыштарҙан да ситтә ҡалмай. Уҙған йыл ул район командаһы менән бергә республика туристары фестивалендә өсөнсө урынға лайыҡ булған.

 Сәйәхәт итергә ярата.

 Класс етәксеһе Альбина Хәмзә ҡыҙы Арыҫланбаева әйтеүенсә, егет талапсан, һәр эшкә яуаплы ҡарай, дуҫтары күп. Киләсәктә иһә программист булырға хыяллана.

 

 

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас: