Мораҙым
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
13 Май 2022, 19:23

"Алтын тирмә" еңеүселәре кем?

Асҡындармы, Күгәрсендәрме?  

Күгәрсен википедиясылары - башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары Воскресенка мәктәбенән Э. Аллабирҙина, Ҡалдарҙан С.Вәлитова, Тәүәкәндән Г. Сәлихова гөн "Алтын тирмә" телевикторинаһында ҡатнашты. Улар интеллектуаль уйында википедия мәҡәләләрен уҡытыу-тәрбиә эшендә даими, әүҙем ҡулланыусы булараҡ саҡырылғайны. - Ошо йүнәлештә викимәктәптә уҡып сертификат алдыҡ, республика уҡытыусылары өсөн оҫталыҡ дәрестәре бирҙек, википедистар форумында ла ҡатнаштыҡ. Тапшырыуҙа башҡорт википедияһын нисек дәрестәрҙә, сараларҙа ҡулланыуҙары тураһында һөйләнек. Бәйге бик сәмле барҙы.Төрлө кимәлдәге, төрлө темаларға һорауҙар бар ине. Спорт, мәҙәниәт, халыҡ ижады, әҙәбиәт, тарих һ. б.. Үҙ белемебеҙҙе генә күрһәтеп ҡалманыҡ, күп яңы мәғлүмәт алдыҡ. "Алтын тирмә" интеллектуаль викторинаһы беҙҙең еңеү менән тамамланды, - тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Гөлназ Салауат ҡыҙы.

"Алтын тирмә" еңеүселәре кем?
"Алтын тирмә" еңеүселәре кем?
Автор:Айгөл Айытҡолова
Читайте нас: