Мораҙым
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
13 Апрель 2022, 14:50

Кеше эше менән матур

Замандаш  Бәрәкәтле Күгәрсен ере арҙаҡлы шәхестәргә лә, алдынғы ҡарашлы уҙамандарға ла, һәр яҡлап тырыш, уңған ул һәм ҡыҙҙарға ла бай төбәк. Вәсилә Яппарова -Санъяп ҡыҙы, дүрт балалы Дәүләтҡоловтарҙың  ябай ғына ғаиләһендә өсөнсө бала булып донъяға килә. Ата-әсәһе Клара Гәрәй ҡыҙы менән Рәшит Ямалетдин улы ябай эшсе һөнәр эйәләре булып, тыуған ерендә, торған ерендә лайыҡлы хеҙмәт юлы үтәләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Рәшит ағай 2018 йылда вафат була. Бөгөнгө көндә Клара апай хаҡлы ялда, уландары менән ҡыҙҙарының матур тормош ҡороп, милләтебеҙгә кәрәкле һөнәр эйәләре булыуҙарына ғорурланып, 8 ейән-ейәнсәрен, 1 бүләсәһен тәрбиәләшеп, бәхетле ҡартлыҡ көндәрен кисерә. 93 йәшлек әсәһе –  тыл ветераны Ғәтиә Вәлиәхмәт ҡыҙы Ҡунаҡҡужина ла Клара апайҙар менән бергә тора. Һуғыш михнәттәрен күргән көслө рухлы инәй һәр яңы көндә балаларына именлек-һаулыҡ теләй. Тулы мәҡәләне район гәзитенең киләһе һанында уҡырһығыҙ.

 Вәсилә Рәшит ҡыҙы әлеге  көндә  Мәләүез районының “Сулпан” балалар баҡсаһы мөдире. Үҙен яңы йүнәлештә – мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы тәрбиәләүҙә һынап ҡарарға теләгән белгес, 2014 йылда Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалының  мәктәпкәсә йәштәге балалар педагогикаһы һәм психология факультетында икенсе юғары белем ала.

- 2012 йылда ғаиләбеҙ менән Мәләүез ҡалаһына күстек, районда мәғариф өлкәһендә байтаҡ ҡына тәжрибә туплап өлгөргәс, эшебеҙҙе дауам итеүе ауыр булманы. Һәр хәлдә тыуған районыбыҙ исеменә тап төшөрмәҫлек итеп эшләргә тырышабыҙ, бында ла үҙебеҙҙе Күгәрсен районынан икәнен танытып ҡына торабыҙ. Балаларыбыҙ ҙа илһөйәр, телһөйәр булып үҫеп киләләр. Мөмкинлек сыҡҡан һайын тыуған яҡтарыбыҙға ҡайтып әйләнәбеҙ, - ти Вәсилә Рәшит ҡыҙы.

Кеше эше менән матур
Кеше эше менән матур
Автор:Айгөл Айытҡолова
Читайте нас: