Мораҙым
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
5 Апрель 2022, 12:27

"Геройҙарымды үҙем дә яратам

Алһыу Хәлитова тигән исем район халҡы өсөн дә, әҙәбиәт һөйөүселәр өсөн дә ярайһы уҡ яҡшы таныш. “Кугарчинские вести”, “Мораҙым”,  күрше Ейәнсура районы гәзиттәре, “Шоңҡар”, “Бельские просторы”, “Аманат” журналдарында уның байтаҡ әҙәби әҫәрҙәре баҫылды, айырым йыйынтыҡта ла донъя күрҙе. Мораҡ 1-се урта мәктәбендә рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй ул. Мөғәллимлектән тыш, әҙәбиәттә лә һөҙөмтәле эшләүе һоҡландыра.  “Оло Эйек буйында” әҙәби берекмәһе лә уның тырышлығы менән булдырылды, бөгөнгө көндә ул берекмәнең  рәйесе булып тора, шул уҡ ваҡытта рус теле һәм әҙәбиәте бүлеген етәкләй. Мәҙәниәт һәм рухи мираҫ йылында район гәзитендә ижади мөхит тураһында һөйләшеүҙәр, әңгәмәләр тәҡдим итербеҙ. “Әҙәбиәт донъяһы” рубрикаһының бөгөнгө ҡунағы – Алһыу Салауат ҡыҙы.

"Геройҙарымды үҙем дә яратам
"Геройҙарымды үҙем дә яратам

 

- Алһыу, әҙәбиәт, ижад донъяһына килеүең тураһында башлайыҡ һөйләшеүҙе.  Тәүге хикәйәң нисәнсе йылда яҙылды?

- Әҙәбиәт менән мәктәптә уҡыған саҡта уҡ ҡыҙыҡһындым. Тик ул ваҡытта мин күберәк лирикка, шиғриәт менән мауыҡтым: ябай балалар шиғырҙары яҙҙым, унан мөхәббәт темаһын үҙ иттем. Әҙәбиәттән иншаны ла гел шиғыр  формаһында яҙҙым. Хатта алы сәғәтлек сығарылыш иншаһын да шиғыр итеп яҙҙым, Бөйөк Ватан һуғышы темаһын алғайным.

Беренсе хикәйәм “Ҡәҙерле толоп” (Тулупчик для сына”) ҡулъяҙма рәүешендә оҙаҡ ятты. Ҡәртәсәйемдең тормошда булған хәл бәйән ителә унда. Ҡәҙерле кешемдең яҙмышындағы аяныслы ваҡиға тураһында күптәр белмәй ине, баҫмаға ла ул мәрхүмә булғас ҡына бирҙем. Тәүҙә район гәзитендә донъя күрҙе, аҙаҡ республика баҫмалары ла һорап алды, “Шоңҡар” журналына балалар яҙыусыһы, журналист Гөлнара Мостафина тәржемә итеп баҫтырҙы. Хикәйәне уҡып, тетрәнгән уҡыусыларҙар бик күп хәбәрҙәр, баһа алып ҡыуандым. Нимә генә тиһәң дә, ижад кешеһе өсөн йылы һүҙ – йән аҙығы.

- Дөрөҫ, яҙғаныңды халыҡ ҡабул итеүе – башлап яҙыусы өсөн айырыуса ҙур әһәмиәткә эйә. Һин башлыса, балалар өсөн яҙаһың. Бөйөк Пушкин йткән бит: балалар өсөн өлкәндәргә яҙған һымаҡ яҙырға, әммә яҡшыраҡ итеп тигән.

- Хәҙер күберәк балалар өсөн яҙам. Бәләкәй уҡыусылар өсөн яҙыуы, әлбиттә, ҡатмарлыраҡ, бигерәк тә хикәйәләү беренсе заттан булһа. Был ваҡытта инде бала саҡ хәтирәләре ярҙамға килә. Балалар өсөн яҙғанда фекерләү ҙә баланыҡы һымаҡ булырға тейеш: ҡайһылыр ерҙә эскерһеҙлек, ҡайһылыр ерҙә – ябай ғына уйҙар, хыялланыу, хаталаныу... 

Тәүҙә дәфтәргә яҙам да, өйҙәгеләргә уҡып ишеттерәм. Уларҙы ҡыҙыҡһындырамы, уйландырамы икәнен байҡайым. Уҡытыусы булараҡ беләм: әҫәр һинең “эләктерергә” тейеш.

- Рус телендә ижад итһәң дә, хикәйәләреңде башҡорт теленә тәржемә итеп баҫтыралар: башҡорт рухы ярылып ята.

- Эйе, минең бөтә әҫәрҙәрем дә башҡортсаға тәржемә ителгән. Хатта оригиналында ла бик күп башҡорт һүҙҙәре ҡулланыла. Шуғалырмы, тәржемә булһа ла, теле байлығы, йөкмәткеһе яғынан үҙгәрмәй, киреһенсә, тәрәнерәк һуғарыла.

- Хикәйә өсөн теманы махсус һайлайһыңмы?

-  Махсус йә заказға бер нәмә лә яҙмайым. Ә идеяны бик оҙаҡ эшкәртәм. Геройҙарымдың образдарын уйлайым, кульминацияны баһалайым, билдәләйем, шунан үҙенән-үҙе яҙыла ла ҡуя. Ябай ғына итеп әйткәндә, мин бик оҙаҡ йөрөтәм үҙемдә яҙасаҡ әҫәремде. Ҡабаланмайым, еренә еткерәм, шунан ғына уҡыусы хөкөмөнә тапшырам. Яҙҙым да баҫмаға бирҙем түгел, йылдар буйы ятҡандары ла бар.

- “Миләшкәй” тигән хикәйәңде  уҡып, ни тиклем дә бала халәтен тулы итеп уҡыусыға еткерә алыуыңа һоҡланғайным.

- Үҙемдең геройҙарымды үҙем дә яратам. Сөнки уларға бөртөкләп-бөртөкләп кенә класташтарымдың, ауыл малайҙарының,  тиҫтер ҡыҙҙарҙың, ауылдаштарымдың һыҙаттары һалынған.

 Лилә – ҡала ҡыҙы, ундайҙар йыш ҡына ауылға ҡәртәсәһенә, өләсәһенә ҡунаҡҡа килә. “Аҡһөйәк”, үҙенә күрә бер төрлө, кирерәк холоҡло була торғандар.  Миләүшә –ябай, тура һүҙле, малайҙарсараҡ холоҡло ауыл ҡыҙы.

Ә Марат, тиҙ ғашиҡ була торған малай, ҡала ҡыҙына һоҡлана, әммә хикәйә аҙағында барыбер ҙә күңеленә Миләүшә яҡын икәнлеген аңлай.

         Эйектә һыу индек, балыҡ тоттоҡ, кукуруз ҡурсағы менән дә уйнаныҡ, окоптар ҙа ҡаҙып бөтөр инек – барыһы ла беҙҙең бала саҡтан.

- Һәр әҙәби әҫәрҙең жанр үҙенсәлектәре була, быға уҡыусыларҙы  мәктәп тупһаһынан уҡ өйрәтәләр, һөнәрен филология менән бәйләгәндәр иһә юғары уҡыу йортонда ентекле өйрәнә. Башлап яҙыусыларға был тәңгәлдә нимәләр әйтер инең?

- Һис шикһеҙ, әҙәбиәткә булған һөйөү генә түгел, башланғыс белем дә мәктәптә үк һалына. Миңә “Бельские просторы” журналы ойошторған “КоРифеи” әҙәби фестивале бик оҡшай. Әлбиттә, беренсе тапҡыр ҡатнашҡанда яҙған әҫәрҙәремдә ҡарата тәнҡит һүҙҙәрен ишетеү еңел булманы. Әммә, әйтергә кәрәк, үҫеш өсөн тәнҡитте ҡабул итә белеү мотлаҡ. Башҡа авторҙарҙы уҡып, уларҙың фекерҙәрен ишетеп, мин күп нәмәгә өйрәндем.

Хикәйәләремде уҡып, үҙ фекерҙәрен белдереүселәрҙең булыуы ла ҡыуандыра. Беренсе уҡытыусым Надежда Максимовна ла: “Алһыу, һинең әҫәрҙәреңде уҡыйым, күберәк яҙ, яҙған һайын оҫтарғаныңды күрәм” тип кенә тора. Минең өсөн был иң ҙур баһа.

Башлап яҙыусыларға ла әҙәби осрашыуҙарға, фестивалдәргә, әҙәби әҫәр тикшереү сараларына йышыраҡ йөрөргә кәрәк. Был – әҙәбиәттә ныҡлы урын табырға теләүселәр өсөн мөһим. Ижадығыҙға ҡарата тәнҡитте, фекерҙәрҙе ишетә, ҡабул итә белергә кәңәш итер инем. Шаблон буйынса түгел, ә күңелегеҙ ҡушыуы буйынса. Яҙығыҙ, ижад итегеҙ, илһамланығыҙ – шул саҡта барыһы ла килеп сығасаҡ.

 - Үҙең ниндәй яҙыусыларҙың әҫәрҙәрен яратып уҡыйһың?

-  Мин бик күп уҡыйым. Хатта уҡыусыларым араһында ла фекерҙәштәрем бар. Китаптар алмашып уҡыйбыҙ, әҙәби яңылыҡтар тураһында һөйләшәбеҙ. Китап магазинынан бер ҡасан да буш сыҡмайым. Башҡорт классиктарынан Зәйнәб Биишева, Ноғман Мусин, Рәшит Солтангәрәев, рус һәм сит ил яҙыусыларынан - Толстой, Булгаков, Дениел Киз, Даниела Стил, замандаштарҙан иһә Гүзәл Яхина, Айгиз Баймөхәмәтов, Гөлнара Мостафиналарҙың хикәйә-повестарын яҡын күрәм.

- Ниндәй ун китап тәҡдим итер инең уҡыусыларға?

- Толстойҙың “Һуғыш һәм солох”, Гүзәл Яхинаның “Зөләйха күҙҙәрен аса”, Зәйнәб Биишеваның “Яҡтыға” , трилогияһы, Айгиз Баймөхәмәтовтың  “Ҡалдырма, әсәй” повесы, “Мастер и Маргарита”( Булгаков), “Тихий Дон” (Шолохов), “Повесть о настоящем человеке”

(Полевой),  “Портрет Дориана Грея” (Оскар Уайльд), “Матерь человеческая” (Закруткин) “Цветы для Элджерона” (Даниел Киз).

Минең ҡарамаҡҡа,  ошо ун әҫәрҙе әҙәбиәт һөйөүселәр мотлаҡ бер тапҡыр булһа ла, уҡып сығырға тейеш.

- Ниндәй баҫмалар менән хеҙмәттәшлек итәһең?

- “Кугарчинские вести” гәзитендә бөтә әҫәрҙәрем донъя күрҙе. “Мораҙым”да – башҡорт теленә тәржемә ителгәндәре. Күрше Ейәнсура районы гәзиттәре лә һорап ала хикәйәләремде. “Бельские просторы”журналында бик күп хикәйәләрем, повесым баҫылды.  “Шоңҡар” , “Рәсәй яҙыусыһы” журналдарында – “Ҡәҙерле толоп”, “Аманат”тың ике һанында “Иләү” повесы сыҡты.

- “Иләү” журналдарҙа ғына түгел, Рәсәй кимәлендә сыҡҡан  йыйынтыҡта ла донъя күрҙе.

- Эйе,  ул Бөтә Рәсәй конкурсы һөҙөмтәләре буйынса Волгоград ҡалаһының “Перископ-Волга” нәшриәтендә “Мой необычный друг” тигән йыйынтыҡҡа инде. Был минең өсөн оло баһа.

- Әйткәндәй, “Оло Эйек  буйында” әҙәби берекмә ағзаларының йыйынтығын сығарыуҙы ла тейешле кимәлдә ойошторҙоң.

- Эйе, ул барлыҡҡа килгән ваҡыттан алып беҙ төрлө конкурстар үткәрҙек, ижади йәһәттән һөҙөмтәле эшләнек. Берекмә ағзалары менән берлектә йөкмәткеле альманах тупланды.  Макетын Тәлғәт Ишемғолов төҙөнө. Башҡорт телендәге бүлеккә материал йыйыу һәм редактураны башҡорт әҙәбиәте бүлеге атҡарҙы. Китап авторҙар аҡсаһына баҫтырылды. Район китапханаһында презентация, осрашыу үткәрҙек. Был турала мәҡәлә район гәзитендә донъя күрҙе.

- Ижад донъяһы һинең өсөн нимә бирә? Төп эшеңдән тыш яҙышыуға нисек ваҡыт бүләһең, нисек өлгөрәһең? Һинең өсөн нимә илһам сығанағы?

- Яҙышыу күңел ҡәнәғәтлеге бирә. Тәүҙә был процесс уйҙа, башта йөрөй, ҡағыҙға төшөрөү – еренә еткереү мәле тағы ла яуаплыраҡ мәл.

 Өлкәндәр менән аралашырға яратам, уларҙың күргән –кисергәндәре әҫәрҙәремә лә инеп китә.

Ҡартатайым танкист булған, уны “Иләү”ҙә Артурҙың Курск дуғаһы һуғышында ҡатнашҡан ҡартатаһы итеп ҡуйҙым. Әҡлимә инәйҙең өйөнөң тарихы – Күгәрсен ауылындағы өйҙөң ысын тарихы.

“Вәли ҡарт” хикәйәһе лә ысын ваҡиғаларға нигеҙләнеп яҙылды. Атайымдың ҡарт ҡартатаһы һунарсы булған.  Атайым беҙгә нәҫел-нәсәбебеҙ тураһында гел һөйләй. Шул рәүешле быуындар күсәгилешлеге һаҡлана беҙҙең тоҡомда тиергә була.

- Ижад кешеһенән киләсәккә пландар тураһында бик һорамайҙар, шулай ҙа һөҙөмтәле эшләр өсөн был тәңгәлдә лә тәғәйен генә ниәттәр ҙә булырға тейеш. Дөйөмәштереп кенә алғанда, ижади яҡтан һөҙөмтәләргә өлгәшеү өсөн нимәләргә иғтибар итергә кәрәк?

- Әҫәрҙең йөктәмкеһе – иң мөһиме. Хикәйә йә повесты уҡығандан һуң, уҡыусыла  “Артабан нимә?”, “Нишләп улай?”, “Нишләп был герой улай булып сыҡты әле?” тигәнерәк һорауҙар тыуырға, әҫәр уҡыусы өсөн тамамланмаған булырға тейеш.

- Алһыу, рәхмәт матур әңгәмә өсөн, һиңә яңынан-яңы ижади бейеклектәр теләйбеҙ, илһам ҡанаттарың талмаһын, әҙәбиәт һөйөүселәрҙе тағы ла үҙенсәлекле әҫәрҙәрең менән ҡыуандырып тор!

- Рәхмәт!

 

Автор:Айгөл Айытҡолова
Читайте нас: