Мораҙым
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
5 Апрель 2022, 16:27

"Асыҡ ишектәр көнө" мауыҡтырғыс үтте

 Бөгөн Мәләүез күп профилле һөнәрселек колледжының Мораҡ филиалында “Асыҡ ишектәр көнө” уҙғарылды. Әһәмиәтле сара район үҙәге һәм бер нисә ауыл мәктәбенең 9-сы класс уҡыусыларын берләштерҙе.   Бында физика менән астрономия фәндәрен уҡытҡан Дзюбо Алиса Геннадьевна үҫмерҙәр өсөн коллежд буйлап мауыҡтырғыс сәйәхәт ойошторҙо.

"Асыҡ ишектәр көнө" мауыҡтырғыс үтте
"Асыҡ ишектәр көнө" мауыҡтырғыс үтте

Егетмен тигән егет кеше техникаға бер ҡасан да битараф ҡалмай инде. Трактор дәресе, юл ҡағиҙәләрен өйрәнеү кабинеттарында егеттәр оҙаҡҡа тотҡарланды. Иретеп йәбештереү, ҡортсолоҡ менән ҡыҙыҡһыныусылар ҙа байтаҡ булды.

 Тантаналы өлөштә “Иртөбәк” йәмғиәте директоры Олег Николаевтың, колледждың Мораҡтағы филиалын етәкләүсе Илшат Тоҡомбәтовтың ихлас сығыштары ла, бында уҡыусы студенттарҙың дәртле йырҙары, Ленар Сәйфетдиновтың ҡурайҙа өҙҙөрөүе һәм Руслан Абдуллиндың моңло йыры уҡыусылар күңеленә бик хуш килде.

 Уҡыусылар араһында киләсәктә белемен тап ошонда дауам иттереп, ауыл хужалығы сәнәғәте мастеры, электрик, механизатор, ҡортсо һәм башҡа ҡыҙыҡлы, кәрәкле һөнәргә эйә булыусыларҙың һаны артыуына ышанғы килә.    

Автор:Гульшат Саитбаталова
Читайте нас: