Мораҙым
+24 °С
Ямғыр
МӘҒАРИФ
11 Март 2022, 07:09

Беҙҙең педагогтар әүҙем!

Баш ҡалабыҙҙа «Башҡортостан Республикаһы мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһының йыл педагогы» республика һөнәри конкурсына йомғаҡ яһалды.     Бәйге иң яҡшы белем биреү хеҙмәткәрҙәрен асыҡлау, уларға ярҙам итеү һәм дәртләндереү маҡсатында уҙғарыла. Быйылдан, әлеге һөнәри конкурсҡа ярашлы, беренсе тапҡыр «Туған телдә уҡытыу ойошторолған мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһының йыл педагогы» конкурсы ла ойошторолдо. 97 педагог оҫталыҡ бәйгеһендә ҡатнашып, еңеүсе исемен алыу өсөн көс һынашты.   Был мәртәбәле конкурстан беҙҙең район педагогтары ла ситтә ҡалманы. Мораҡ ауылының “Шишмәкәй” балалар баҡсаһының башҡорт теле уҡытыусыһы Нәзирә Ишкилдина үҙ көсөн һынап ҡараны һәм “Туған телдә уҡытыу алып барылған мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһының йыл педагогы” республика конкурсында ҡатнашҡаны, балаларҙы туған телдә тәрбиәләүгә ҙур өлөш индергәне өсөн БР Мәғариф министрлығының һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының  Почет грамотаһы менән бүләкләнде. Афарин, Нәзирә Шәйхислам ҡыҙы! Артабан да ҡыуанып, ҡанатланып эшләргә насип булһын!

Беҙҙең педагогтар әүҙем!Беҙҙең педагогтар әүҙем!
Беҙҙең педагогтар әүҙем!

Баш ҡалабыҙҙа «Башҡортостан Республикаһы мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһының йыл педагогы» республика һөнәри конкурсына йомғаҡ яһалды.     Бәйге иң яҡшы белем биреү хеҙмәткәрҙәрен асыҡлау, уларға ярҙам итеү һәм дәртләндереү маҡсатында уҙғарыла. Быйылдан, әлеге һөнәри конкурсҡа ярашлы, беренсе тапҡыр «Туған телдә уҡытыу ойошторолған мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһының йыл педагогы» конкурсы ла ойошторолдо. 97 педагог оҫталыҡ бәйгеһендә ҡатнашып, еңеүсе исемен алыу өсөн көс һынашты.  

Был мәртәбәле конкурстан беҙҙең район педагогтары ла ситтә ҡалманы. Мораҡ ауылының “Шишмәкәй” балалар баҡсаһының башҡорт теле уҡытыусыһы Нәзирә Ишкилдина үҙ көсөн һынап ҡараны һәм “Туған телдә уҡытыу алып барылған мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһының йыл педагогы” республика конкурсында ҡатнашҡаны, балаларҙы туған телдә тәрбиәләүгә ҙур өлөш индергәне өсөн БР Мәғариф министрлығының һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының  Почет грамотаһы менән бүләкләнде. Афарин, Нәзирә Шәйхислам ҡыҙы! Артабан да ҡыуанып, ҡанатланып эшләргә насип булһын!

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас