

Йәш ҡыҙҙар "Таныш булайыҡ", "Оҙон толом", "Матур һөйләү", "Мин-супер" кеүек ижади конкурстарҙа оҫталыҡтарын күрһәтте, тапҡырлыҡта, зирәклектә һынау тотто. Конкурс һөҙөмтәләре: "Мисс һоҡланыу" номинацияһында унынсы класс уҡыусыһы Байғазакова Ләйсән; "Мисс тапҡырлыҡ" - Мамыкина Аделя (10 "а" класы); "Мисс нәзәкәтлек" номинацияһы еңеүсеһе - Усманова Гүзәл, 11 "а" класы уҡыусыһы.
"Гимназия һылыуы -2022" исеменә иһә конкурсы 11 класс уҡыусыһы Байғүбәкова Рәсилә лайыҡ булды.