

Ғалимәнең ихлас йөрәктән: “Тамырҙарын белгән – илен, телен онотмаҫ. Туған телебеҙ тамырҙарҙан бирелгән хазина. Телгә ихтирам ғаиләнән, ата-әсәнән бирелә”... тигәндәре әлеге ваҡытта бигерәк актуаль яңғырай. Ҡоро һүҙ генә һөйләмәне, әйткәндәрен үҙ өлгөһөндә иҫбатланы ул. Эйектә оҙон толомдарын сайҡап буй еткергән ябай ауыл ҡыҙының ата-бабаларынан бирелгән тырышлыҡ, ныҡышмалылыҡ менән ғалимә дәрәжәһенә үҫеүе; 1973 йылдан лаборант булып эш башлап һәм ғүмеренең ахырынаса Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында яуаплы вазифаһын намыҫ менән атҡарыуы хаҡында артыҡ һүҙ ҡуйыртып тороу ҙа кәрәкмәйҙер. “Кеше дәрәжәһе менән түгел, асылы, эше менән күркәм булһын” ти торғайны ул үҙе лә.
Нәсимә Суфиянова ғүмер юлдашы Сәғиҙулла Ғәлиулла улы менән улдарын Азаматты ла милли рухлы, кеселекле, кешелекле итеп үҫтерҙе. Ейәндәре Нурсолтан һәм Батырханға ҙур өмөттәр бағланы. Эх, бөгөн иҫән булһалар, ейәндәренең Салауат батырҙай сая рухлы булып буй еткергәнен күреп, сикһеҙ ҡыуанырҙар ине.
Рита (килендәре) менән Азамат Суфияновтар Күгәрсен яғына, Юлдыбай ауылына эҙен һыуытмай. Нәсимә Фәтих ҡыҙының тыуып үҫкән йорто шуға күрә лә ҡот ташламай. “Был аҡ тирмәләй ыҡсым йорт билдәле ғалимәнең йөрәк йылыһын һаҡлай” тип иҫкәртеп, һаман үҙенә саҡырып торғандай ул.
Хәбәрсе булараҡ, үҙемә лә ғалимә төҙөгән, йәиһә төҙөүгә тос өлөш индергән махсус һүҙлектәргә йыш мәрәжәғәт итергә тура килә. Шул мәлдәрҙә Нәсимә Фәтих ҡыҙының: “Эх, ҡоҙаса, күңелде аса!” – тип ихлас йылмайғаны (яһалмалылыҡ уға ят булды!-авт.), алсаҡ йөҙө гелән күҙ алдыма килеп баҫа. Йомарт күңеллеләр, телем, халҡым тип йәшәгәндәр ысынлап та мәңге үлемһеҙ! Нәсимә апайҙың да әйткән һәр һүҙе, исеме - мәңге йөрәк түрендә!