Мораҙым
+28 °С
Болотло
МӘҒАРИФ
28 Ғинуар 2022, 12:00

Иң шәп уҡытыусылар үҙебеҙҙә!

 Бөгөн район хакимиәтенең ултырыштар залында “Йыл уҡытыусыһы” республика конкурсының муниципаль этабына йомғаҡ яһалды.    Бәйгелә районыбыҙҙың төрлө мәктәптәренән бөтәһе 11 уҡытыусы көс һынашты, асыҡ дәрестәр, класс сәғәттәре күрһәтте, уҡытыусы-мастер, уҡытыусы-лидер булараҡ та һынау тотто.    Район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Азамат Сәйфуллин еңеүселәрҙе бүләкләне. Бына улар, муниципаль этап еңеүселәре: Теләүембәт урта мәктәбенән Резеда Иҙелбаева - “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2022”, Башҡорт гимназияһынан Гөлнур Баймырҙина - “Рус теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы-2022”,  Күгәрсен урта мәктәбенән Зөлфиә Абдуллина - “Татар теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы-2022”, З.Биишева исемендәге Мораҡ төп дөйөм белем биреү мәктәбенең рус теле һәм әҙәбәиәте уҡытыусыһы Фәүзиә Ҡорбанаева – “Йәш йыл уҡытыусыһы-2022” һәм Мораҡ 1-се урта мәктәбенең физик культура уҡытыусыһы Розалия Миннекаева – “Йыл уҡытыусыһы – 2022”!  Ә Фәриҙә Дәүләтбаева (Тәүәкән мәктәбе), Гөлназ Әхмәтова (Йомағужа 2-се урта мәктәбе), Айгүзәл Хәйруллина (Воскресенск), Эльвира Тимербулатова (Йомағужа 1-се урта мәктәбе), Фәнилә Рәхмәтуллина (Башҡорт гимназияһы) һәм Вера Монина (Мораҡ 1-се урта мәктәбе) төрлө номинацияларҙа билдәләнде. Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ һәм республика этабында көс һынашасаҡ педагогтарға уңыштар теләйбеҙ!      

Иң шәп уҡытыусылар үҙебеҙҙә!Иң шәп уҡытыусылар үҙебеҙҙә!
Иң шәп уҡытыусылар үҙебеҙҙә!

 Бөгөн район хакимиәтенең ултырыштар залында “Йыл уҡытыусыһы” республика конкурсының муниципаль этабына йомғаҡ яһалды.    Бәйгелә районыбыҙҙың төрлө мәктәптәренән бөтәһе 11 уҡытыусы көс һынашты, асыҡ дәрестәр, класс сәғәттәре күрһәтте, уҡытыусы-мастер, уҡытыусы-лидер булараҡ та һынау тотто.  

 Район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Азамат Сәйфуллин еңеүселәрҙе бүләкләне. Бына улар, муниципаль этап еңеүселәре: Теләүембәт урта мәктәбенән Резеда Иҙелбаева - “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2022”, Башҡорт гимназияһынан Гөлнур Баймырҙина - “Рус теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы-2022”,  Күгәрсен урта мәктәбенән Зөлфиә Абдуллина - “Татар теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы-2022”, З.Биишева исемендәге Мораҡ төп дөйөм белем биреү мәктәбенең рус теле һәм әҙәбәиәте уҡытыусыһы Фәүзиә Ҡорбанаева – “Йәш йыл уҡытыусыһы-2022” һәм Мораҡ 1-се урта мәктәбенең физик культура уҡытыусыһы Розалия Миннекаева – “Йыл уҡытыусыһы – 2022”!

 Ә Фәриҙә Дәүләтбаева (Тәүәкән мәктәбе), Гөлназ Әхмәтова (Йомағужа 2-се урта мәктәбе), Айгүзәл Хәйруллина (Воскресенск), Эльвира Тимербулатова (Йомағужа 1-се урта мәктәбе), Фәнилә Рәхмәтуллина (Башҡорт гимназияһы) һәм Вера Монина (Мораҡ 1-се урта мәктәбе) төрлө номинацияларҙа билдәләнде. Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ һәм республика этабында көс һынашасаҡ педагогтарға уңыштар теләйбеҙ!   

  

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас