Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
21 Ғинуар 2022, 11:38

Маҡсаты изге Гөлназдың

Рәсәй студенттары көнө яҡынлашып килгән мәлдә, әлбиттә, маҡсатына ҡыйыу юл ярыусы, фән тауҙарының яңынан-яңы үрҙәрен яуларға ынтылыусы һәләтле йәштәребеҙҙе телгә алып үтке килә.  Теләүембәт ауылы ҡыҙы - Гөлназ Вәлишинаның да бала саҡ хыялдарын бойомға ашырыу юлында тәүге ҡыйыу аҙымдарын яһаған, йәғни Башҡорт дәүләт медицина университетының педиатрия бүлегендә 1-се курста сәмләнеп уҡыған сағы. - Өфө ҡалаһы, студент тормошо, тап ошо университетта уҡыуым... – бар ҙа ныҡ оҡшай миңә. Төрлө милләттән булһаҡ та, дөйөм ятаҡта бер ғаиләләй татыу йәшәйбеҙ. Тыуған ауылым, мәктәбем, атай-әсәйем, туғандарым ғына һағындыра, дөрөҫ... – ти Гөлназ Ришат ҡыҙы.

Маҡсаты изге Гөлназдың
Маҡсаты изге Гөлназдың

 Һөнәр һайлау тураһында һүҙ сыҡҡанда уҡыуға әүәҫ, тырыш ҡыҙ һәр саҡ: “Үҫкәс мин табип булам!” – ти. Һүрәт төшөргәндә лә үҙенә аҡ халат “кейҙерә”.  Уның белемгә ынтылышлы булып үҫеүенә, медицина юлын һайлауына шул мәктәптә намыҫлы хеҙмәт иткән әсәһе – Гөлсәсәк Тәлғәт ҡыҙының да, төплө белем биргән химия һәм биология фәндәре уҡытыусыларының да, оҙаҡ йылдар бында биология уҡытып хаҡлы ялға киткән өләсәһе – Әлфинур Шәфәғәтованың ейәнсәре менән биологиянан даими шөғөлләнеүе лә ҙур йоғонто яһай. Һәр яҡлап әүҙем уҡыусы булараҡ, Гөлназ башҡорт теленән республика кимәлендә үткән олимпиада, бәйгеләрҙә еңеү яулап та район данын ҡыйыу яҡлай. 9-сы класта уҡыған мәлендә уға район хакимиәт башлығы стипендиаты булыу бәхете тейә.

 Әлегә студент тормошоноң башы ғына. Гөлназдың алдында башланмаған биш йыл, биш курс... Күпме имтихандар тапшыраһы, һынауҙар әле үтәһе! Ныҡышмал, зирәк, белемле ҡыҙҙың артабан да юлдары уң булһын!

   

Автор:Гульшат Саитбаталова
Читайте нас: