Мораҙым
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
6 Ғинуар 2022, 13:31

Яңы йыл ғаилә уйындары

Яңы йыл байрамдары балалар өсөн генә түгел, ата-әсәләргә лә әүҙем ял итеү өсөн форсат. Воскресенск урта дөйөм белем биреү мәктәбе 2022 йылды башланғыс кластарҙа уҡыған балалар һәм уларҙың ата-әсәләре өсөн Яңы йыл ғаилә уйындары менән башлап ебәргән. Был хаҡта беҙгә мәктәп хакимиәте хәбәр итә. 

Яңы йыл ғаилә уйындары
Яңы йыл ғаилә уйындары

"Уйында ҡатнашыусыларҙы Зареченск ауыл биләмәһе башлығы Мәсәғүтов И.З., мәктәп директоры Аллабирҙин Ф.Ә. һәм Ҡыш бабай йылы тәбрикләне.
Ярыштарҙа Беличенко Мария һәм Анатолий ҡыҙҙары Ангелина менән, Щуклина Анна һәм Владимир ҡыҙҙары Анжелика менән, Азикаева Зәлиә үҙенең улы Динислам һәм ҡыҙы Айзирәк менән, Зиновьева Тамара һәм Виктор улдары Станислав менән көс һынашты.Сарала өс конкурс булды: ғаилә менән хоккей уйнау,етеҙ итеп тюбингта шыуыу һәм таяҡ менән тупты йөрөтөү.
 Үҙҙәренең етеҙлеге, тырышлығы менән Зиновьевтар ғаиләһе мәктәп этабында абсолют еңеүсе исемен яуланы.
“Быйыл да пандемия үҙенең үҙгәрештәрен индерҙе. Әммә был сәләмәт тормош хаҡында онотоу өсөн сәбәп түгел. Инфекцияның таралыу хәүефен кәметеү өсөн барлыҡ уйындарҙы мәктәптәрҙәге спорт залдарында түгел, саф һауала үткәрергә булдыҡ. Иң яҡшы күрһәткестәргә өлгәшкән Зиновьевтар ғаиләһе район кимәлендәге ярышҡа барасаҡ”, – тине Аллабирҙин Ф.Ә."
#Кугарчинскийрайон #ШколыБашкортостана #Новыйгод #НОВОГОДНИЕСЕМЕЙНЫЕИГРЫ2022 #Зимниеканикулы

Яңы йыл ғаилә уйындары
Яңы йыл ғаилә уйындары
Автор:Айгөл Айытҡолова
Читайте нас: