Мораҙым
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
4 Ғинуар 2022, 09:10

Күгәрсендең аҫыл ҡыҙы

Арҙаҡлы яҡташыбыҙ - Туйөмбәт ауылы ҡыҙы, хеҙмәт ветераны, Башҡортостан Республикаһы халыҡтары ассамблеяһы ағзаһы, Зәйнәб Биишева һәм Рәми Ғарипов исемендәге премиялар лауреаты, БР һәм РФ Журналистар союзы ағзаһы, халыҡ мәғарифы алдынғыһы, Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалеры, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһының “Милләт әсәһе”, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының “Ал да нур сәс халҡыңа” миҙалдары менән бүләкләнгән Ләлә Ғибаҙулла ҡыҙы Бейешева үҙенең олпат ғүмер байрамын - 90 йәшен билдәләй.  Ил инәһен оло ғүмер байрамы менән ҡотлап, иң изге теләктәребеҙҙе юллайбыҙ: Хоҙай һеҙҙе сәләмәтлектән, бәхеттән, күңел тыныслығынан айырмаһын!  

Күгәрсендең аҫыл ҡыҙы
Күгәрсендең аҫыл ҡыҙы

Ләлә Ғибаҙулла ҡыҙы затлы аранан, уҡымышлылар нәҫеленән. Атаһы, Туйөмбәт ауылы уҙаманы Ғибаҙулла Абдулла улы Бейешев үҙ заманының алдынғы ҡарашлы, белемле кешеһе була, тура һүҙле, талапсан, көслө ихтыярлы педагог бар ғүмерен балаларға белем һәм тәрбиә биреүгә бағышлай. Әсәһе Миңлебикә боронғо башҡорт халыҡ йырҙарын ҙур оҫталыҡ менән башҡара, балаларына ла милли моңдарҙың аһәңен һеңдереп үҫтерә. Атаһының бер туған һеңлеләре – Ленин ордены кавалеры, РСФСР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы, 1950-1954 йылдарҙа СССР-ҙың юғары Советы депутаты Хәлимә Ҡорбанаева, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишева, бер туған ағалары  - Әкрәм Ғибаҙулла улы Бейешев (күренекле телсе-ғалим, тәржемәсе, яҙыусы, үткер политолог), Фуат Бейешев (һәләтле журналист, публицист, сценарист, “Тормош ярсыҡтары” тарихи повесы авторы), ҡустыһы Әсғәт (техник фәндәр кандидаты, нефть сәнәғәте буйынса 80-ләп монография, дүрт ҡиммәтле ғилми асыш авторы) һәм ике туған ағаһы – 21 генә йәшендә һуғышҡа алынып, 1965 йылда ғына туған иленә әйләнеп ҡайтҡан гвардия подполковнигы, хәрби врач Әхмәт Ҡазбулатов был нәҫелдең сағыу вәкилдәре булып тора....

Атаһының юлын дауам итеп 36 йыл мәктәптә эшләгән, байтаҡ ғүмерен тәрбиә өлкәһенә бағышлаған Ләлә апай хапҡындағы мәҡәләне гәзитебеҙҙең тәүге һанында уҡырһығыҙ. 

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас: