Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
15 Декабрь 2021, 16:05

Телгә һөйөү бала саҡтан һалына

Бар республикала, шул иҫәптән беҙҙең районда Башҡорт теле көнөнә арналған төрлө саралар уҙғарылды. Айырыуса мәктәптәр был йәһәттән ҙур әҙемлек күрһәтте. Һәр белем усағында ла тиерлек башҡорт теле аҙналыҡтары уҙҙы. Сәйетҡол мәктәбендәге башҡорт теле аҙналығы  барышында М.Аҡмулланың тормош юлы һәм ижадына арналған бай йөкмәткеле стенд эшләнгән. Уҡыусылар М.Аҡмулланың тормош юлын ентекле өйрәнгән,  дәрестән тыш сараларҙа күренекле башҡорт шағирҙарының шиғырҙарын яттан һөйләгән, стенгазеталар сығарған, башҡорт телендә фильмдар ҡараған, “Аҡмулла диктанты” онлайн акцияһында ҡатнашҡандар.

Телгә һөйөү бала саҡтан һалына
Телгә һөйөү бала саҡтан һалына

Сәйетҡол мәктәбенең башҡорт теле уҡытыусыһы Гөлфирә Сәлихова әйтеүенсә, аҙналыҡта уҡыусылар бик теләм ҡатнашҡан. Айырыуса Йосопова Әлмира, Рәхмәтуллина Азалия, Рафиҡова Әлиә һәм Зәлиә, Ҡотлоғужина Гөлсибәр, Сәлихова Гүзәл әүҙемлек күрһәткән.

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас: