Мораҙым
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
15 Декабрь 2021, 11:36

Ғәлиә - Аҡмулла стипендиаты!

 Башҡорт теле көнөндә Башҡорт дәүләт педагогия университетында  бөйөк мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге стипендияға лайыҡ булған студенттарҙы тәбрикләнеләр. Шуныһы ҡыуаныслы: 15 юғары уҡыу йорто һәм колледж студенттары араһында  Моҡас ауылы ҡыҙы Ғәлиә Муллабаева ла бар. Ул Стәрлетамаҡ төҙөлөш һәм профессиональ  технологиялар колледжында  4 курста уҡып йөрөй.   Был мәртәбәле стипендияға Ғәлиә фәнни эшмәкәрлек һөҙөмтәләре  һәм башҡорт теле олимпиадаларында, конкурстарында яулаған еңеүҙәре өсөн лайыҡ булған.

Ғәлиә - Аҡмулла стипендиаты!
Ғәлиә - Аҡмулла стипендиаты!

Етәксеһе – башҡорт теле уҡытыусыһы Г. Таһирова ла уның еңеүҙәре өсөн ҡыуана.

Ғәлиәне беҙ ҙә ихлас ҡотлап, киләсәктә тағы ла ҙурыраҡ еңеүҙәр яулауын теләйбеҙ!

Ғәлиә - Аҡмулла стипендиаты!
Ғәлиә - Аҡмулла стипендиаты!
Автор:Айгөл Айытҡолова
Читайте нас: