Мораҙым
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
14 Декабрь 2021, 16:01

Туған телебеҙҙең наҙын тойоп

Башҡорт теле көнөндә “бай ҙа, көслө лә, яғымлы ла” туған телебеҙҙең наҙын үҙебеҙҙең милләт балаларына ғына түгел, сит милләт балаларының аңына еткерә алған уҡытыусыларҙы телгә алмаһаҡ, яҙыҡ булыр кеүек. Бына, районыбыҙҙың алдынғы мәғариф эшсәндәренең береһе – Воскресенск урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Эльвира Аллабирҙина ла 32 йыл буйы башҡорт ҡына түгел, рус милләтенән булған уҡыусыларҙы туған телебеҙҙең нескәлектәренә төшөндөрә.  Бер уйлаһаң, башҡортса “Һаумыһығыҙ” һүҙен дә әйтә алмаған балаларҙа башҡорт теленә ҡарата ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләү, уны өйрәнеүгә теләк тыуҙыра алыу – ифрат яуаплы, ауыр эш. Әммә тәжрибәле белгес үҙ эшен яратып, ихлас башҡара. Бала күңеле быны һиҙмәй буламы?!. Эльвира Юлай ҡыҙының дәрестәрен балалар көтөп ала, тырыш һәм алсаҡ уҡытыусыға булған хөрмәттәре, гүйә, туған телебеҙгә ҡарата оло һөйөү-ихтирамға әүерелә...

Туған телебеҙҙең наҙын тойоп
Туған телебеҙҙең наҙын тойоп

 Башҡорт телен туған тел һәм дәүләт теле булараҡ уҡытыуҙан тыш, ул 2007 йылдан бирле мәктәптә тәрбиәүи эштәр буйынса директор урынбаҫары вазифаһын намыҫ менән башҡара. Даими үҙ өҫтөндә эшләп, даирәһен киңәйтеүгә, заман менән бергә атларға ынтылған ижади ҡарашлы уҡытыусы ғына түгел, өлгөлө әсә лә, уңған хужабикә лә, әүҙем йәмәғәтсе лә. 31 йыл тормош юлын бергә-бергә татыу үткән икенсе яртыһы Фәнил Әхмәт улы өсөн Эльвира Юлай ҡыҙы – тоғро һәм ышаныслы ҡатын. Икеһе лә мәғариф өлкәһендә, бер мәктәптә эшләгәнгә һәм хеҙмәт юлында бер-береһенә ныҡлы таяныс була белгәнгә күрә лә, эштәре лә ырамлы, тормоштары ла нурлы, ғаилә күге лә яҡты уларҙың.

 Әйткәндәй, эш тип янған изге һөнәр эйәһе Аҡмулланың тыуған көнөнә, йәғни бөгөнгә тиклем, мәктәптә башҡорт теле аҙналығын уҙғарып, һәр дәресте, сараны балалар өсөн оло байрам, асыштарға бай әхлаҡи-рухи тәрбиә биреү сығанағына әйләндерҙе. Балдай татлы башҡорт теле аша бала күңеленә һалынған изгелек орлоғо, иман, аҡыл, әҙәп төшөнсәләре, һис шикһеҙ, уҡыусыларға киләсәктә тоғро юлдаш, яҡты маяҡ булыр!     

Автор:Гульшат Саитбаталова
Читайте нас: