Мораҙым
+13 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
14 Декабрь 2021, 14:30

Тел тип яна Инсаф ағай

Үрге Һаҙ ауылында тыуып үҫеп, бөгөнгө көндә Мәләүез ҡалаһында йәшәгән Инсаф ағай Сәлиховты интернет селтәрендә үҙенең тос фекерҙәре менән  уртаҡлашҡан иң әүҙем кешеләрҙең береһе тип беләбеҙ. Бер кемдән өркөп-ҡурҡып тормай, уйлағанын, үҙе дөрөҫ һанағанын башҡаларға ихлас еткерә вахтовик ағайыбыҙ. Бер нәмәгә лә битараф түгел үҙе, ҡайһы ғына өлкә тураһында яҙһа ла, үҙенең төплө ҡарашы бар. Телебеҙҙең бөгөнгөһө хаҡында ла йыш  уйлана, уны һаҡлап ҡалыу, киләсәк быуынға еткереү хаҡында борсола.

Тел тип яна Инсаф ағай
Тел тип яна Инсаф ағай

Бына тимә ти ул Тел көнөндә беҙҙең туған телебеҙ – башҡорт теле хаҡында.

“Ә һеҙ беләһегеҙме беҙҙең ниндәй бәхетле икәнебеҙҙе.
Юҡ, әлбиттә. Беҙ быны ябай ғына итеп ҡабул итәбеҙ.
Шулай булған, буласаҡ тип. Юҡ шул...
 Бына беҙҙең алда икенсе берәй телдә иероглифтар тора икән, ти.
Беҙ аптыранабыҙ. Нишләргә белмәйбеҙ.
Ә беҙҙең яҙмабыҙ башҡалар өсөн шундай уҡ иероглиф.
Ә телебеҙ! Ә телебеҙ беҙҙе Ҡытайға еткерер! Ниндәй ҡыуаныс бит.
Әҙ генә уйлап ҡараһаң, беҙ күпме халыҡ менән талмасһыҙ аралаша алабыҙ.
Татар, үзбәк,әзербайджан, төрөк, ҡумыҡ, ҡарасай, ҡарағалпаҡ, ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ һәм башҡа туғандаш халыҡтар менән бер этләнмәйенсә дуҫлаша алабыҙ. Был бит үҙе ҙур бәхет! Тимәк, беҙ Ер шарындағы халыҡтың дүрттән бер өлөшө менән аралаша алабыҙ. Ҡытайға эләкһәк тә, уйғыр халҡы менән туған икәнебеҙҙе бер ике һүҙҙән беләсәкбеҙ.
Ә иң бөйөк кешеләрҙең береһе - Сыңғыҙ хан менән проблемаларҙы уртаға һалып һөйләшә алыр инек.
Телем бына шундай матур, көләс булғаны өсөн яратам.
Һеҙҙең дә шулай тип ауыҙ тултырып әйтә алыуығыҙҙы теләйем”.

 

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас: