Мораҙым
+9 °С
Ясно
МӘҒАРИФ
12 Ноября 2021, 05:15

Ул бит Күгәрсен ҡыҙы!

Ҡайҙа ғына эшләһә лә, үҙ тырышлығы, намыҫлы хеҙмәте менән абруй, ихтирам яулаған яҡташтарыбыҙ бик күп. Уларҙың береһе – Үрге Сирбай ауылында тыуып үҫеп, 37 йыл ғүмерен мәғариф тармағына арнаған Ләлә апай Иҡбаева. Ул әлеге көндә Күмертау ҡалаһындағы  Республика политехник лицей-интернатында тәрбиәсе булып эшләй.   Күптән түгел Ләлә Ғәлиәкбәр ҡыҙы күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте, юғары һөнәри оҫталығы һәм мәғариф үҫешенә ҙур өлөш индергәне өсөн “Рәсәй Федерацияһының маҡтаулы мәғариф һәм тәрбиә хеҙмәткәре” түш билдәһе менән бүләкләнде.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ул бит Күгәрсен ҡыҙы!Ул бит Күгәрсен ҡыҙы!
Ул бит Күгәрсен ҡыҙы!

- Мәғариф өлкәһендәге юғары награданы алыуым менән Республика политехник лицей- интернат коллективына рәхмәтлемен. Эшләгән эшеңде күрә белеп, лайыҡлы баһа биреүселәр булғанда эшкә дәрт уяна, яңы үрҙәргә, яңы уңыштарға ирешәһе килә. Әҙәм балаһына йылы һүҙ, бигерәк тә хәҙерге ығы - зығылы тормошта, бик кәрәк. Бер беребеҙгә ихтибарлы, ихтирамлы һәм кешелекле булып ҡалайыҡ, - ти тәжрибәле педагог.

Өҫтә әйтеп үтеүебеҙсә, Күгәрсен ҡыҙының мәғариф тармағында эшләүенә 37 йыл тулған. Бер уйлап ҡараһаң, үҙе бер дәүер! 1984 йылда Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының рус – башҡорт бүлеген тамамлаған йәш белгес хеҙмәт юлын Миәкә районы Ҡырғыҙ – Миәкә ауылының Мансур Абдуллин исемендәге 1-се һанлы мәктәптә рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып башлаған. 21 йыл ғүмерен арнай ул был эшкә. Артабан уны яҙмыш елдәре Күмертау ҡалаһына алып килә. Бында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, тәрбиәсе булып хеҙмәт юлын дауам итә. 

 Ләлә Ғәлиәкбәр ҡыҙы ике ҡыҙына хәстәрлекле әсәй, ике ейән-ейәнсәренә яратҡан өләсәй. Үҙенең намыҫлы хеҙмәте, кешелеклелеге, кеселеклелеге менән ихтирам ҡаҙанған Ләлә апайға иҫәнлек-һаулыҡ, эшендә уңыштар теләйбеҙ!

 

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас