Мораҙым
+24 °С
Дождь
МӘҒАРИФ
5 Октября 2021, 04:10

“Мәктәп минең өсөн оло бер донъя!”

  - Был һөнәрҙе осраҡлы ғына һайламаным, бәләкәйҙән ошо юлдан китергә хыялландым. Ауыр ҙа, яуаплы ла, шул уҡ ваҡытта хөрмәтле лә был һөнәр. Ысын педагог баланың аң-белем кимәленә генә түгел, шәхес булараҡ формалашыуына ла ғәйәт ҙур йоғонто яһай, - ти Волостновка төп дөйөм белем биреү мәктәбе уҡытыусыһы Рәсимә Иршат ҡыҙы Яппарова. Ырымбур өлкәһенең Төйлөгән ҡасабаһында донъяға килгән Рәсимә Иршат ҡыҙы. 2011 йылда Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһының филология факультетын ҡыҙыл диплом тамамлаған йәш белгес Волостновка урта мәктәбендә рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эш башлай. Йәш педогог балалар менән бер ҡатарҙан атлар һәм уларға юл күрһәтер остаз булыр өсөн үҙ өҫтөндә даими эшләй һәм белемен камиллаштыра.  “Рус теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” республика конкурсында ҡатнашып, “Ижади эҙләнеү һәм үҙенсәлекле сиселеш” номинацияһында еңеүсе исемен алған; башҡорт һәм рус телдәре араһында уҙғарылған “иң яҡшы уҡытыусы” республика конкурсында ла еңеүселәр исемлегенә ингән; бынан тыш, быйыл ул ауыл ерендә эшләүсе йәш уҡытыусылар грантына ла лайыҡ булған.  Уңғандың ҡул ун, тиҙәр. Рәсимә Иршат ҡыҙы бына тигән уңған хужабикә лә. Тормош иптәше Радик менән гөрләтеп донъя көтәләр, өс бала үҫтерәләр: ҙур улдары Рауил 6-сы класта белем ала, Рәзил менән Эвелина иһә балалар баҡсаһына йөрөй.

“Мәктәп минең өсөн оло бер донъя!”“Мәктәп минең өсөн оло бер донъя!”
“Мәктәп минең өсөн оло бер донъя!”

  - Был һөнәрҙе осраҡлы ғына һайламаным, бәләкәйҙән ошо юлдан китергә хыялландым.

Ауыр ҙа, яуаплы ла, шул уҡ ваҡытта хөрмәтле лә был һөнәр. Ысын педагог баланың аң-белем кимәленә генә түгел, шәхес булараҡ формалашыуына ла ғәйәт ҙур йоғонто яһай, - ти Волостновка төп дөйөм белем биреү мәктәбе уҡытыусыһы Рәсимә Иршат ҡыҙы Яппарова.

Ырымбур өлкәһенең Төйлөгән ҡасабаһында донъяға килгән Рәсимә Иршат ҡыҙы. 2011 йылда Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһының филология факультетын ҡыҙыл диплом тамамлаған йәш белгес Волостновка урта мәктәбендә рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эш башлай. Йәш педогог балалар менән бер ҡатарҙан атлар һәм уларға юл күрһәтер остаз булыр өсөн үҙ өҫтөндә даими эшләй һәм белемен камиллаштыра.

 “Рус теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” республика конкурсында ҡатнашып, “Ижади эҙләнеү һәм үҙенсәлекле сиселеш” номинацияһында еңеүсе исемен алған; башҡорт һәм рус телдәре араһында уҙғарылған “иң яҡшы уҡытыусы” республика конкурсында ла еңеүселәр исемлегенә ингән; бынан тыш, быйыл ул ауыл ерендә эшләүсе йәш уҡытыусылар грантына ла лайыҡ булған.

 Уңғандың ҡул ун, тиҙәр. Рәсимә Иршат ҡыҙы бына тигән уңған хужабикә лә. Тормош иптәше Радик менән гөрләтеп донъя көтәләр, өс бала үҫтерәләр: ҙур улдары Рауил 6-сы класта белем ала, Рәзил менән Эвелина иһә балалар баҡсаһына йөрөй.

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас