Мораҙым
+10 °С
Ясно
МӘҒАРИФ
5 Октября 2021, 12:36

Изге һөнәр эйәләре тәбрикләнде

Йыл һайын октябрҙең 5-ендә иң изге һөнәр эйәләре – уҡытыусылар үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй.  Бөгөн ошо иҫтәлекле көн уңайынан район мәҙәниәт һарайында тантаналы сара үтте.  

Добавить в предпочтительные источники Google
Изге һөнәр эйәләре тәбрикләндеИзге һөнәр эйәләре тәбрикләнде
Изге һөнәр эйәләре тәбрикләнде

Балаларға белем һәм тәрбиә биреүселәргә үҙенең иң изге теләктәрен юллаған район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Ғайса Янбаев уҡытыусыларҙың ил, республика, район үҫешендә тотҡан урынын юғары баһалап, бер төркөм педагогтарға – балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тренеры Хәмит Сәлтәшевҡа, Башҡорт гимназияһының рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Рәсимә Хәлитоваға, район мәғариф бүлеге начальнигы Рәсүл Әхмәтйәновҡа “Рәсәй Федерацияһының маҡтаулы мәғариф хеҙмәткәре”, Күгәрсен мәктәбе директоры Эльвира Абдуллинаға, Башҡорт гимназияһының география уҡытыусыһы Әлиә Ғәббәсоваға, Йомағужа 1-се урта мәктәбенең тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү уҡытыусыһы Рита Ғайсинаға, Тәүәкән урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлназ Сәлиховаға РФ Мәғариф министрлығының Маҡтау грамотаһын тапшырҙы.   

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас