Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
9 Сентябрь 2021, 15:45

Воскресенск урта мәктәбендә "Үҫеш нөктәһе" асылды

Яңы уҡыу йылы Воскресенск урта мәктәбе уҡыусыларына ҙур һөйөнөс алып килде – бында “Мәғариф” милли проектының “Заман мәктәбе” федераль проекты сиктәрендә “Үҫеш нөктәһе” белем биреү үҙәге асылды.   Үҙәктә уҡыусылар “Көндәлек химия”, “Беҙҙең тирәләй физика”, “Асыҡ биология” һәм “Робототехника” түңәрәктәрендә шөғөлләнә аласаҡ.  “Үҫеш нөктәһе” балаларға фән донъяһына тәрәнерәк үтеп инергә ярҙам итер, бында алған белемдәре уларға киләсәктә һөнәр һайлағанда ныҡлы нигеҙ булып торор, тип ышанабыҙ. Әйткәндәй, үҙәк асылған мәлдә уҡыусылар үҙ ҡулдары менән төҙөгән робот-санитайзерҙы күрһәткән.  Әлеге көндә райондың бер нисә белем усағында, атап әйткәндә, Мораҡ 1-се, Йомағужа 1-се, Мәҡсүт урта мәктәптәрендә “Үҫеш нөктәләре” уңышлы эшләп килә. Уларға быйыл Воскресенск мәктәбенән тыш, Теләүембәт, Исем урта һәм З.Биишева исемендәге Мораҡ төп дөйөм белем биреү мәктәптәре ҡушыласаҡ.

Воскресенск урта мәктәбендә "Үҫеш нөктәһе" асылды
Воскресенск урта мәктәбендә "Үҫеш нөктәһе" асылды

 

 Әлеге көндә райондың бер нисә белем усағында, атап әйткәндә, Мораҡ 1-се, Йомағужа 1-се, Мәҡсүт урта мәктәптәрендә “Үҫеш нөктәләре” уңышлы эшләп килә. Уларға быйыл Воскресенск мәктәбенән тыш, Теләүембәт, Исем урта һәм З.Биишева исемендәге Мораҡ төп дөйөм белем биреү мәктәптәре ҡушыласаҡ.

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас: