Мораҙым
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
1 Сентябрь 2021, 14:09

Ҡыңғырауҙар сыңланы мәктәптәрҙә

Һәр бала түҙемһеҙләнеп көтөп алған 1 сентябрь ҙә етте. Ҡупшы итеп кейенгән, ҡулдарына аллы-гөллө сәскә бәйләмдәре тотҡан балалар мәктәпкә ашыҡты. Әлегәсә тып-тын торған белем усаҡтары уҡыусыларҙың шат тауыштарына күмелде.  Был көндө райондың барлыҡ мәктәптәрендә Белем көнө айҡанлы тантаналы линейкалар үтте.  Мораҡ башҡорт гимназияһында тантаналы линейка быйыл тәүгә мәктәпкә килеүсе беренселәрҙе алҡышлап ҡаршылауҙан башланды. Рәсәй һәм Башҡортостан Республикаһының Дәүләт гимндары яңғырағас, һүҙ мәктәп директоры Фәйрүзә Ибраһимоваға бирелде. Ул уҡыусыларҙы, уҡытыусыларҙы Белем көнө менән тәбрикләп, үткән уҡыу йылында республика кимәлендә уңыштарға өлгәшкән уҡытыусылар – Зилә Псәнчина менән Әлиә Ғәббәсоваға рәхмәт хаттарын тапшырҙы.  Район хакимиәте башлығының ҡотлау сәләмен район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гөлгөнә Абдуллина еткерҙе. Беренсе ҡыңғырауҙы сыңлатыу хоҡуғы 11-се кластан әүҙем уҡыусыларҙың береһе Айнур Байдәүләтовҡа һәм беренселәрҙән Азалия Алламоратоваға бирелде.  Яңы  уҡыу йылы башланды. Белем алыуҙа тик уңыштар менән генә ҡыуандырһын ул.

Ҡыңғырауҙар сыңланы мәктәптәрҙә
Ҡыңғырауҙар сыңланы мәктәптәрҙә

Һәр бала түҙемһеҙләнеп көтөп алған 1 сентябрь ҙә етте. Ҡупшы итеп кейенгән, ҡулдарына аллы-гөллө сәскә бәйләмдәре тотҡан балалар мәктәпкә ашыҡты. Әлегәсә тып-тын торған белем усаҡтары уҡыусыларҙың шат тауыштарына күмелде.

 Был көндө райондың барлыҡ мәктәптәрендә Белем көнө айҡанлы тантаналы линейкалар үтте.

 Мораҡ башҡорт гимназияһында тантаналы линейка быйыл тәүгә мәктәпкә килеүсе беренселәрҙе алҡышлап ҡаршылауҙан башланды. Рәсәй һәм Башҡортостан Республикаһының Дәүләт гимндары яңғырағас, һүҙ мәктәп директоры Фәйрүзә Ибраһимоваға бирелде. Ул уҡыусыларҙы, уҡытыусыларҙы Белем көнө менән тәбрикләп, үткән уҡыу йылында республика кимәлендә уңыштарға өлгәшкән уҡытыусылар – Зилә Псәнчина менән Әлиә Ғәббәсоваға рәхмәт хаттарын тапшырҙы.

 Район хакимиәте башлығының ҡотлау сәләмен район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гөлгөнә Абдуллина еткерҙе.

Беренсе ҡыңғырауҙы сыңлатыу хоҡуғы 11-се кластан әүҙем уҡыусыларҙың береһе Айнур Байдәүләтовҡа һәм беренселәрҙән Азалия Алламоратоваға бирелде.

 Яңы  уҡыу йылы башланды. Белем алыуҙа тик уңыштар менән генә ҡыуандырһын ул.

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас: