Мораҙым
+17 °С
Облачно
МӘҒАРИФ
1 Сентября 2021, 10:45

"Башланып китте уҡыуҙар..."

Мәктәптә белем алыу – кеше тормошондағы иң мөһим осор булып тора. Бөгөн районда 365 бала беренсе тапҡыр парта артына ултырҙы. Уларҙың араһында Мораҡ башҡорт гимназияһының 1-се класс уҡыусыһы Амелия Исмәғилова ла бар.

"Башланып китте уҡыуҙар...""Башланып китте уҡыуҙар..."
"Башланып китте уҡыуҙар..."

Бик өлгөр бала ул: балалар баҡсаһына йөрөгән сағында уҡ Мораҡ балалар сәнғәт мәктәбенең “4 йәштән 6 йәшкәсә балаларҙың иртә эстетик үҫеше” бүлеген тамамлаған. “Гөрләүек” балалар бейеү ансамбленең (етәкселәре – Илүз һәм Илгиз Ниғәмәтуллиндар) кесе төркөмөндә шөғөлләнә. Әсәһенең уң ҡулы булған ҡыҙ сәскәләр үҫтерергә ярата.

 Оло донъяға аяҡ баҫҡан Амелияға ла, шулай уҡ башҡа уҡыусыларға ла аҡ юл теләйек, дуҫтар!

Гөлназ СӘЙЕТБАТТАЛОВА.

 

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас