Кисә райондың август кәңәшмәһе башланғансы район етәксеһе Ғайса Янбаев ҡунаҡтар - БР мәғариф министры урынбаҫары Филүс Минәзев һәм "Башҡортостан" телерадиокампанияһы директоры урынбаҫары Тәнзилә Үлмәҫбаева менән белем биреү объекттарын ҡараны.
Сентябрҙә Воскресенск, Теләүембәт, Теләүембәт урта һәм З.Биишева исемендәге Мораҡ төп дөйөм белем биреү мәктәптәрендә "Үҫеш нөктәләре" асыласаҡ. Әле уларҙа ремонт эшләнгән, мәктәптәр уҡыу материалы һәм ҡорамалдар алыу менән мәшғүл.
Әлмәс төп дөйөм белем биреү мәктәбендә лә ремонт эштәре тамамланыу өҫтөндә.