Мораҙым
+19 °С
Дождь
МӘҒАРИФ
25 Августа 2021, 11:18

Хеҙмәтенә күрә - хөрмәте

Үткән йылға йомғаҡ яһауға, яңы уҡыу йылына яңы бурыстар билдәләүгә арналған район мәғариф хеҙмәткәрҙәренең август кәңәшмәһендә педагогик эшсәндәргә хеҙмәтенә күрә оло хөрмәт күрһәтеү – республика, район кимәлендәге маҡтау грамоталары тапшырыу матур йолаға әйләнгән. БР мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Филүс Минәзев район мәғариф бүлеге методисы Фәһимә Ситдиҡоваға һәм Йомағужа 2-се урта мәктәбе уҡытыусыһы Елена Комароваға “БР-ҙың мәғариф алдынғыһы” түш билдәһен, БР Мәғәриф һәм фән министрлығының Маҡтау грамотаһын Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры Тимур Табулдин менән Хоҙайбирҙиндың “Ләйсән” балалар баҡсаһы мөдире Ғәлиә Ғайсинаға тапшырҙы. Тантаналы сарала бер төркөм уҡытыусылар район етәксеһе Ғайса Янбаев һәм мәғариф бүлеге начальнигы Рәсүл Әхмәтйәнов ҡулынан райондың һәм мәғариф бүлегенең маҡтау грамоталарын һәм рәхмәт хаттарын алды.  

Хеҙмәтенә күрә - хөрмәтеХеҙмәтенә күрә - хөрмәте
Хеҙмәтенә күрә - хөрмәте

Үткән йылға йомғаҡ яһауға, яңы уҡыу йылына яңы бурыстар билдәләүгә арналған район мәғариф хеҙмәткәрҙәренең август кәңәшмәһендә педагогик эшсәндәргә хеҙмәтенә күрә оло хөрмәт күрһәтеү – республика, район кимәлендәге маҡтау грамоталары тапшырыу матур йолаға әйләнгән. БР мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Филүс Минәзев район мәғариф бүлеге методисы Фәһимә Ситдиҡоваға һәм Йомағужа 2-се урта мәктәбе уҡытыусыһы Елена Комароваға “БР-ҙың мәғариф алдынғыһы” түш билдәһен, БР Мәғәриф һәм фән министрлығының Маҡтау грамотаһын Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры Тимур Табулдин менән Хоҙайбирҙиндың “Ләйсән” балалар баҡсаһы мөдире Ғәлиә Ғайсинаға тапшырҙы.

Тантаналы сарала бер төркөм уҡытыусылар район етәксеһе Ғайса Янбаев һәм мәғариф бүлеге начальнигы Рәсүл Әхмәтйәнов ҡулынан райондың һәм мәғариф бүлегенең маҡтау грамоталарын һәм рәхмәт хаттарын алды.

 

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас