Мораҙым
+4 °С
Облачно
МӘҒАРИФ
13 Августа 2021, 09:28

Әүҙем йәштәребеҙ бар беҙҙең

Август башында Йылайыр районында  "Аҫылташ" мәғариф йәштәр форумы үтте. Форумға, йылдағыса, бөтә республиканан, хатта сит төбәктәрҙән дәртле, үҙенсәлекле фекерле, маҡсатлы, заман менән бергә атлаған йәштәр йыйылды. Беҙҙең район йәштәре лә был саранан ситтә ҡалманы, Резеда Ҡаразбаева, Альбина Волкова, Айгизә Ғәҙелшина, Гөлдәриә Ғайсина, Айҙар Байғазаков, Айнур Китиков, Ильяс Байғусҡаровтар беҙҙең районды төбәк-ара форумда лайыҡлы күрһәтте.  

Добавить в предпочтительные источники Google
Әүҙем йәштәребеҙ бар беҙҙеңӘүҙем йәштәребеҙ бар беҙҙең
Әүҙем йәштәребеҙ бар беҙҙең

 Сара барышында йәштәр спикерҙар менән осрашты, грант проекттарын төҙөп, уларҙы яҡланы, еңеү яулау нескәлектәре тураһында лекциялар тыңланы, уңышлы булыу серҙәренә өйрәтеү мәктәптәрендә шөғөлләнде. Әүҙем йәштәребеҙ республиканың төрлө төбәктәренән килгән тиҫтерҙәре менән танышты, аралашты, яңы дуҫтар тапты, үҙҙәрен күрһәтеп, башҡаларҙы ҡарап, ваҡыттарын файҙалы һәм фәһемле итеп үткәрҙе.  

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас