

Бәрәкәтле Күгәрсен ере илебеҙгә 8 Советтар Союзы Геройы, ике Дан орденының тулы кавалерын биргән.
Уларҙың береһе - Николай Ежов 1941 йылда Ҡыҙыл Армияға алына, шул йылдан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша, ауыр һуғыш юлын үтә. 1945 йылдың мартына сержант Николай Ежов 3-сө Белоруссия фронты 2-се гвардия армияһы 154-се уҡсылар дивизияһы 571-се артиллерия полкының орудиеһы менән командалыҡ итә. 1945 йылдың 1 мартында Тиффен-Зее күле эргәһендәге Бранево ҡалаһынан 30 км көнсығышҡа немец илбаҫарҙары менән ҡаты алыштарҙа Ежов дошмандың терәк пунктын, 5 пулеметын, егермеләп һалдат һәм офицерын юҡ итә. Немецтар бер нисә тапҡыр контратакаға күтәрелә, уларҙың барыһы ла Ежовтың расчетына тура килә. Дүртенсе контратакала яҡташыбыҙҙың аяғы ҡаты яралана, әммә яралы наводчикты алмаштырып, һаман да ут асыуҙы дауам итә. Алтынсы контратака ваҡытында Николай Ежовҡа ярсыҡ эләгә, ул вафат була һәм Бранево ҡалаһында ерләнә, был ваҡытта уға ни бары 23 йәш була.
СССР-ҙың Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 29 июнендәге Указы менән командаваниеның хәрби бурыстарын өлгөлө үтәгәне һәм шунда батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәткәне өсөн сержант Николай Ежов үлгәндән һуң Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була.
Волостновкалар Йәҙгәр ауылында тыуған яҡташтары, Советтар Союзы Геройы, сержант Ежов Николай Герасимович менән хаҡлы рәүештә ғорурлана.