Мораҙым
+16 °С
Облачно
МӘҒАРИФ
3 Августа 2021, 12:04

Әлмәстә спорт залы яңыра

Әлмәс төп дөйөм белем биреү мәктәбе уҡыусылары, уҡытыусылары, ата-әсәләре өсөн яңы уҡыу йылы башланған көн икеләтә байрамға әүерелер, моғайын. Бында мәктәптең спорт залына капиталь ремонт яһала, ремонт эштәре  “Мәғариф” милли проектының “Һәр баланың уңышы” федераль программаһы буйынса бүленгән аҡсаға эшләнә.   Мәктәптәге төҙөлөш эштәрен район етәксеһе Ғайса Янбаев ҡараны. Әле спорт залына яңы пластик тәҙрәләр ҡуйылған, беҙ барған мәлдә  Рәмил Айытҡужиндың бригадаһы төҙөүселәре спорт залының стеналарын штукатуркалай ине. Был эштәрҙе теүәлләгәс, стеналарҙы, иҙәнде буярға, мәктәпкә ингән урынды төҙөкләндерергә (ингән ерҙәге ишекте алмаштырырға, стенаһын да ремонтлап ҡуйырға), мәктәптең ҡапҡаһын алмаштырырға планлаштыралар. 

Әлмәстә спорт залы яңыраӘлмәстә спорт залы яңыра
Әлмәстә спорт залы яңыра

Әлмәс төп дөйөм белем биреү мәктәбе уҡыусылары, уҡытыусылары, ата-әсәләре өсөн яңы уҡыу йылы башланған көн икеләтә байрамға әүерелер, моғайын. Бында мәктәптең спорт залына капиталь ремонт яһала, ремонт эштәре  “Мәғариф” милли проектының “Һәр баланың уңышы” федераль программаһы буйынса бүленгән аҡсаға эшләнә.  

Мәктәптәге төҙөлөш эштәрен район етәксеһе Ғайса Янбаев ҡараны. Әле спорт залына яңы пластик тәҙрәләр ҡуйылған, беҙ барған мәлдә  Рәмил Айытҡужиндың бригадаһы төҙөүселәре спорт залының стеналарын штукатуркалай ине. Был эштәрҙе теүәлләгәс, стеналарҙы, иҙәнде буярға, мәктәпкә ингән урынды төҙөкләндерергә (ингән ерҙәге ишекте алмаштырырға, стенаһын да ремонтлап ҡуйырға), мәктәптең ҡапҡаһын алмаштырырға планлаштыралар. 

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас