Балалар баҡсаларында ла буласаҡ уҡыусылар өсөн тантаналы сығарылыш кисәләре уҙғарыла башланы. “Күгәрсенкәй” баҡсаһы быйыл үҙенең 35 ҡошсоғон мәктәпкә оҙата. Ә бөгөн “Ынйыҡайҙар” төркөмөндә шөғөлләнгән һигеҙ бәләкәс өсөн һаубуллашыу сараһы үтте.
Үтте тип әйтеүе генә анһат... Кисәлә шул тиклем тулҡынландырғыс, моң-һағышлы мәлдәр байтаҡ булды: үҙ сабыйындай яҡын күреп бер нисә йыл дауамында кескәйҙәрҙе ҡурсалаған, уларға йөрәк наҙын ҡыҙғанмаған тәрбиәселәр ҙә, балалары өсөн йән атып торған әсәләр ҙә ҡайнар күҙ йәштәренә ирек ҡуйҙы.
Ә буласаҡ беренселәр ысынлап та зирәклеге, һәр нимәгә әүәҫлеге менән хайран итте. “Онотмабыҙ һине, баҡса”, “Беҙ тиҙҙән 1 класҡа барабыҙ” йырҙары, һөйөклө тәрбиәселәре Гөлшат Сафина һәм тәрбиә ярҙамсыһы Алһыу Байморатоваға бағышланған йыр, тасуири итеп һөйләгән шиғырҙары, Айтуған менән Самат башҡарыуында “Эшҡыуарҙар” бейеүе, кескәйҙәрҙең етди рәүештә килештереп хушлашыу вальсында әйләнеүҙәре... Ихлас күңелдән башҡарылған һәр сығыш кисәгә йәм бөрктө.
Беренселәр иленә сәйәхәт тә бик мауыҡтырғыс булды һәм йәнә бер тапҡыр “Күгәрсенкәй”ҙә ижади ҡарашлы, бай фантазиялы коллектив эшләүен иҫбатланы. Ошо урында музыкаль педагог Гөлгөнә Яугилдинаның тырыш хеҙмәтен, һәр сарала ролдәрҙе килештереп уйнаған баҡса эшсәндәренең берҙәмлеген билдәләп үтке килә.
Гөлшат Хәсән ҡыҙы һәләтле, тыңлаусан балалар үҫтергәне өсөн ата-әсәләргә рәхмәт хаттары тапшырҙы. Ата-әсәләрҙең йөрәк түренән әйтелгән оло рәхмәт һүҙҙәре оло йөрәкле, хәстәрлекле тәрбиәсегә, баҡсаның намыҫлы эшсәндәренә, алмашсы тәрбиәсе Нурзилә Сафинаға адресланды.“Күгәрсенкәй” балалар баҡсаһы мөдире Лидиә Зәйнуллина сығарылыш төркөмгә аҡ теләктәрен еткерҙе.
Эйе, һигеҙ сабый ҙур тормоштоң беренсе баҫҡысын лайыҡлы үтте. Беренсе китаптар, яҡын дуҫтар, әсәй кеүек иркәләп һөйгән тәрбиәселәр менән нурлы балалар баҡсаһы ғүмерҙәренең иң бәхетле миҙгелен иҫкә төшөрөүсе йәдкәр булып йөрәк түрҙәрендә һаҡланыр. Ә бөгөн тантаналы көндә яңғыраған аҡ теләктәр белем илендә лә сабыйҙарға тоғро юлдаш, яҡын серҙәш булып, уларҙы оҙата барһын!