Мораҙым
+14 °С
Облачно
МӘҒАРИФ
24 Мая 2021, 07:15

Алдынғы алтауға аҡ юлдар теләйек!

Бикбулат ауылы мәктәбе (хәҙер Мораҡ башҡорт гимназияһы филиалы) элек-электән эшкә таһыл, үҙҙәренә һәм балаларға ҡарата талапсан, ижади ҡарашлы, берҙәм педагогик коллективы һәм бер өлкәлә лә һынатмаҫ һәләтле уҡыусылары менән данлы. Гимназияға ла унан бер ҡасан да юғалып ҡалмаҫ рухлы балалар, уҡыу алдынғылары, саф башҡортса һөйләшеп йәнле телмәре менән күңелде арбаусы телһөйәрҙәр, илһөйәрҙәр килә. Бикбулат төп дөйөм белем биреү мәктәбен быйыл 6 бала тамамлаһа, уларҙың алтыһы ла мәктәп буҫағаһы аша иң тәү тапҡыр атлап ингәндән бирле үҙҙәрен гел яҡшы яҡтан күрһәтеп, әлегә ҡәҙәр “4” һәм “5” билдәләренә генә өлгәшеп, уҡытыусы апай-ағайҙарының ҙур ғорурлығы булып тороусы егеттәр, ҡыҙҙар. Улар араһында һәр фәндән әүәҫ, айырыуса инглиз телен һыу кеүек эсеп шул өлкәлә район кимәлендә айырым уңыштарға өлгәшкән Илнур Сафин да бар.

Бикбулат ауылы мәктәбе (хәҙерге Мораҡ башҡорт гимназияһы филиалы) элек-электән эшкә таһыл, үҙҙәренә һәм балаларға ҡарата талапсан, ижади ҡарашлы, берҙәм педагогик коллективы һәм бер өлкәлә лә һынатмаҫ һәләтле уҡыусылары менән данлы. Гимназияға ла унан бер ҡасан да юғалып ҡалмаҫ рухлы балалар, уҡыу алдынғылары, саф башҡортса һөйләшеп йәнле телмәре менән күңелде арбаусы телһөйәрҙәр, илһөйәрҙәр килә.
Бикбулат төп дөйөм белем биреү мәктәбен быйыл 6 бала тамамлаһа, уларҙың алтыһы ла мәктәп буҫағаһы аша иң тәү тапҡыр атлап ингәндән бирле үҙҙәрен гел яҡшы яҡтан күрһәтеп, әлегә ҡәҙәр “4” һәм “5” билдәләренә генә өлгәшеп, уҡытыусы апай-ағайҙарының ҙур ғорурлығы булып тороусы егеттәр, ҡыҙҙар. Улар араһында һәр фәндән әүәҫ, айырыуса инглиз телен һыу кеүек эсеп шул өлкәлә район кимәлендә айырым уңыштарға өлгәшкән Илнур Сафин да бар.
Район етәксеһе Ғайса Янбаев һәм шәхсән үҙе исеменән ҡотларға килгән Зимфир Әминев, мәктәп мөдире Рәмилә Баймырҙина, Урал ауыл биләмәһе башлығы Усман Кинйәбаев сығарылыш класс уҡыусыларына, йәғни алдынғы алтауға, ихлас йөрәктән изге теләктәрен, нәсихәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Тантананың төп сәбәпселәре үҙҙәрен туғыҙ йыл буйы ел-ямғырҙан ҡурсалап, матур белем һәм лайыҡлы тәрбиә биргән, хуплау һүҙҙәре менән һәр саҡ үҫтереп торған уҡытыусылар адресына йылы рәхмәт һүҙҙәрен юлланы. Мәктәп диуарҙарында уҡыусы ролендә һуңғы тапҡыр моңло йырҙар көйләне, хушлашыу вальсы әйләнде...
Был байрамда 4 класты тамамлаусы 4 ыласын да иғтибар үҙәгендә булды. Ни тиһәң дә, башланғыс мәктәптең сығарылыш класы бит. Улар ата-әсәләрҙән матур бүләктәр алып та, һөйөклө уҡытыусылары менән иҫтәлеккә фотоға төшөп тә ҡыуанды (өсөнсө фотоһүрәт) киләсәген уйлап борсолоп та алды. Дүрт йыл буйы уларға икенсе әсәй булған Гөлгөнә Ҡәҙерғолованың, педагогик коллективтың, ата-әсәләрҙең буласаҡ бишенселәр өсөн борсолорлоҡ урындары бар шул. “Дүрт кенә бала булғас, “комплектлаштырылмаған” иҫәбенә индереп бишенсе класты бөтөрөп ҡуймаһалар ярар ине, беҙ сабыйҙарҙың артабан да Бикбулат мәктәбендә уҡыуҙарын дауам итеүен теләйбеҙ”, - тиҙәр улар. Кем белә, бәлки, был дүртәүгә лә ағай-апайҙары кеүек ошо мәктәптә төплө белем туплап, һуңғы ҡыңғырау моңон тыңларға насип булыр...
Ә мәктәпте яңы ғына тамамлаған алты уҡыусының алда көткән етди һынауҙарҙы лайыҡлы үтеп, үҙҙәренең ысынлап та алдынғы икәнлектәрен йәнә иҫбатлаһы бар әле. Бөгөн кемеһелер нефть, кемеһе медицина колледжына барам тип йөрөһә лә, ахыр сиктә тыуып үҫкән төбәктәренән айырылғылары килмәйенсә, икенсе йылға уларҙың гимназия сафын тулыландырыуҙары ла ихтимал. Һәр хәлдә уҡыуға сос, зирәк, эшкә егәрле алтау ҙур тормош юлында юғалып ҡалмаҫ, тип ышанғы килә. Артабан да уҡытыусыларының, үҙҙәре белем алған мәктәптең исеменә тап төшөрмәҫ, кәрәкле һөнәрҙәр үҙләштереп, туған халҡы, төбәге мәнфәғәтенә намыҫлы хеҙмәт итерҙәр!..Аҡ юлдар теләйек уларға!
Читайте нас