Бөгөн илебеҙ, республикабыҙ мәктәптәрендә сығарылыш кластар уҡыусылары өсөн “Һуңғы ҡыңғырау” байрамы үтте. Районыбыҙҙың күркәм белем усаҡтарының береһе булған Мораҡ башҡорт гимназияһында уҙған тантана йөрәк түренән сыҡҡан йылы һүҙҙәргә, аҡ теләктәргә, шатлыҡлы һәм берсә моңһоу ярһыу хистәргә бай булды.
Гимназияны быйыл бөтәһе 105 бала тамамлаһа, шуларҙың 39-ы – 11 класс уҡыусылары. Тап ошо алмағастар сәскә атҡан сихри яҙҙа гүзәл йәшлек миҙгеленең иң татлы минуттарын кисереүсе, оло тормош юлына баҫырға әҙерләнеүсе ҡыҙ, егеттәрҙе район етәксеһе Ғайса Янбаев, Мораҡ башҡорт гимназияһы директоры Рәзилә Хисмәтуллина ихлас күңелдән тәбрикләп, уларға аҡ юл, хыялдарының тормошҡа ашыуын теләне.
Үҙ сиратында уҡыуға, спортҡа һәм эшкә таһыл унберҙәр ҙә төплө белем, лайыҡлы тәрбиә биргәндәре өсөн хөрмәтле уҡытыусыларына оло рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Тасуири уҡыуға, йыр-моңға, өҙә баҫып бейергә әүәҫлектәрен дә күрһәтте улар, “бала саҡтың һуңғы вальсы”нда әйләнде.
Эйе, сығарылыш класс уҡыусылары өсөн үҙҙәре ҡанат нығытҡан йылы “ояла” һуңғы тапҡыр ҡыңғырау сыңлаһа ла, уларҙы алда күпме етди һынауҙар көтә әле. Үҙҙәре теләгән уҡыу йорттарына инеп, яңы фән тауҙарын яуларға тик уңыштар, ныҡлы рух, көс-дәрт юлдаш булһын!